Ел ерәнем

Ел ерәнем 12.07.2014

Жокей - бөтә донъяла, айырыуса беҙҙең илдә һирәк осраған, хәүефле һәм ҡатмарлы һаналған һөнәрҙәрҙең береһе. Әммә баласаҡтан йылҡы малы тирәһендә уралған малайҙарҙан: «үҫкәс кем булырға теләйһең»,- тип һораһаң, туҡһан туғыҙы «жокей» тип яуаплаясаҡ.

Линар Сирғәжин да алты йәшендә атҡа менә... Бөгөн иһә ул Башҡортостанда ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә танылған тренер һәм жокей. Был Ырымбур өлкәһе Абдуллин районының Сағанлы ауылы. Ринат Әкбәров йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән йүнселдәрҙең береһе. «Бары тик ат сабыштары ғына ерҙән айырылмай, осош бәхетен тойорға ярҙам итә... Ат ярыштарын ҡарарға яратҡанға ла, юртаҡтар тәрбиәләй башланыҡ»,- ти әңгәмәсебеҙ. Яҡшы атҡа - баһа юҡ. Ул елдән етеҙ. Алдашмай ҙа, хыянат та итмәй. Ринат Әкбәровтың Гест Гел, Раушан, Лайв Арт, Менса Мисс ҡушаматлы аттары ипподромдарҙы йыш шаулатып тора. Хужаларына ла, уларҙа елеүсе жокейға ла еңеүҙәр алып килә. Жокейҙың бөтә тормошо сикләүҙәрҙән тора. Уның кәүҙә ауырлығы 50 килограмдан артмауы шарт. Ат спортында өлкәнерәк хайуандар ҡатнашһа, сабыштарға йәш аттар сығарыла. Шуға ла ярышта юғары бейеклеккә ирешеү өсөн юртаҡтар мөмкин тиклем әҙерәк ауырлыҡ күтәрергә тейеш. Әҙәм һәм ат. Ниндәй берҙәмлек һәм тиҙлек, көс һәм уҙыш, мөхәббәт һәм хәстәрлек. Аттар йәнле мөғжизә... Уларҙы яратыу, улар тураһында хәстәрлек күреү - беҙҙең ҡанда. Ә Линар Сирғәжин кеүек жокейҙар һәм Ринат Әкбәров һымаҡ йүнселдәр булғанда ат спорты үҫешер, халыҡ араһында популярлыҡ яулар тип ышанғы килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку