Экология йылына арналған саралар дауам итә

Экология йылына арналған саралар дауам итә 20.04.2017

Бөгөн «Йәшел вагон» үҫеп килгән быуынды сәләмләне. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы республика ҡала яны пассажирҙар компанияһы менән берлектә «Экологик сәйәхәт» проектын тормошҡа ашыра. Программа сиктәрендә, бөгөн 39-сы гимназия уҡыусылары «Толпар» электр поезында «Өфө-Шаҡша-Өфө» маршруты буйлап үтте.

Вагондар экологик стилдә йыһазландырылғайны. Тимер юл вокзалында йыйылған үҫмерҙәр баштан уҡ экологтар менән осрашып, һирәк осрай торған бөжәктәр һәм күбәләктәр коллекцияһы менән танышты. Сара барышында экология тематикаһына арналған викторина ла ойошторолдо. Үҫмерҙәрҙең сәфәре ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтһен өсөн, концерт программаһы ла әҙерләнгәйне.
Проекттың маҡсаты - балалар һәм үҫмерҙәрҙә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, матурлыҡты күрә белергә өйрәтеү. Экологик сәйәхәтте башҡа район-ҡалаларҙа ла ойоштороу күҙаллана.
Сергей Спатар, Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы матбуғат хеҙмәткәре: «Бөгөнгө сарала йөҙҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты. Улар Дим биҫтәһенән Шаҡшаға тиклем сәйәхәт иткәндә Өфөнөң ни тиклем гүзәл булыуын күҙәтә алды. Электр поезында барғанда, ҡайһы урындарҙы тәртипкә килтерергә кәрәклеген  билдәләне. Ғөмүмән, тирә-яҡта таҙалыҡ булғанда, экологик проблемалар булмаясаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика