Экологик өмә Өфөнөң тарихи урындарының береһе - Непейцов дедропаркында ла үтте

Экологик  өмә Өфөнөң тарихи урындарының береһе - Непейцов дедропаркында ла үтте 29.04.2017

Бында төрлө министрлыҡ-ведомство, сәйәси ойошма вәкилдәре, студенттар ағаслыҡтар араһын сүп-сарҙан таҙартты, ҡороған ботаҡтарҙы сығарҙы.

Баш ҡаланың Шота Руставели һәм Өфө шоссеһы урамдары араһында урынлашҡан Непейцов дендропаркы бик үҙенсәлекле урын. Уға нигеҙ 19 быуатта уҡ һалына. Заманында ул Өфө урман техникумына, һуңғараҡ  юғары уҡыу йорттарына  ҡарай.  Дендропаркка  ағастар һәм үҫентеләр донъяның төрлө мөйөштәренән килтереп ултыртылған. Бында һирәк осрай торған ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙың 100-ҙән ашыу төрө бар. Улар буйынса бик күп фәнни хеҙмәттәр яҙылған. Непейцов урманының майҙаны ла бик ҙур, ул 28 гектарға яҡын ерҙе биләй. Экологик өмәлә ҡатнашыусылар тарихи паркка яңы һулыш бирҙе.
Непейцов паркында эш етерлек, был  майҙан бер осор ташландыҡ хәлдә булды. Иғтибар һуңғы йылдарҙа ғына йүнәлтелә башланы.
Өмәлә ҡатнашыусылар,  быйыл экология йылында таҙартыу сараларын  артабан да дауам итергә ниәтләй. Улар  киләсәктә был  тарихи урын тағы ла матурайыр һәм баш ҡала халҡының яратҡан урынына әйләнер тип ышана. Паркта шарттар тыуҙырғанда ул тәбиғәт музейы ролен үтәй ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика