Эҙәрмәндәр отрядына субсидия күләме арттырыла

Эҙәрмәндәр отрядына субсидия күләме арттырыла 03.05.2017

Был  туралағы ҡарар бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Президиум ултырышында ҡабул ителде.

Республикала  хәбәрһеҙ юғалғандарҙың исемен тергеҙеү менән 50-гә яҡын  эҙәрмәндәр отряды шөғөлләнә.  Былтыр ғына улар тарафынан 200-ләп яугирҙың һуңғы төйәге асыҡланған һәм  һөйәктәре тыуған тупрағына ҡайтарылған. Ултырышта билдәләнеүенсә, субсидиялар күләме артыуы был тәңгәлдәге эшмәкәрлекте тағы ла киңерәк йәйелдерергә булышлыҡ итә. Сөнки  яу ҡырында хәбәрһеҙ юғалғандар бик күп.
Башҡортостандың эҙәрмәндәр отряды бик уңышлы эшләй. Улар төрлө федераль һәм республика кимәлендәге программаларҙа ҡатнашып гранттарға ла лайыҡ була. Миҫал өсөн, былтыр Бөрө ҡалаһының  эҙәрмәндәр отряды  2 миллион 100 мең, Туймазылар 1 миллион 800 мең һум грант яулаған. Һуғыш хәбәрһеҙ юғалған һуңғы һалдаттың һөйәктәре тыуған тупрағына алып ҡайтылғансы дауам итә тиҙәр,  шуға был тәңгәлдәге эшмәкәрлек  артабан да дауам ителәсәк әле.
Руслан Хәбибов, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары: «Беҙҙең эҙәрмәндәр отрядтары бик көслө. Волга буйы федераль округында икенсе урын биләйбеҙ. Быйыл көҙ республикаға  тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында  башҡа төбәктәрҙең эҙәрмәндәре лә килә, барлығы 400-ләп кеше».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика