Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан күл төбөнә төшөп, һыу ятҡылығын сүп-сарҙан таҙартты

Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан  күл төбөнә төшөп, һыу ятҡылығын сүп-сарҙан таҙартты 21.05.2015

Был эште улар йыл һайын башҡара. Күбеһенсә май айында. Артабан йылға-күлдәр ял итеү зоналарын ҡуртымға алыусылар тарафынан таҙартыла. Әлегә баш ҡаланың дүрт күлендә эштәр тамамланған. Водолаздар артабан Ҡашҡаҙан күленә йүнәләсәк. Йылға ярҙарынан һыу әлегә китмәгән, шуға ла Өфө эргәһендәге йылғалар сүп-сарҙан һуңыраҡ таҙартыласаҡ.

Радмир Тажетдинов, Өфөнөң 112 ҡотҡарыу хеҙмәте  ҡотҡарыусыһы: «Балон, шешә һауыттары... Кешеләр ял итергә килә, ә суп-сар һауытына уларҙы ташламай. Ә беҙ ял итеүселәр менән бер-бер хәл булып ҡуймаһын тип күл төбөн таҙартабыҙ».
Әйткәндәй, республиканың  гигиена һәм эпидемиология үҙәге һыуҙы тикшерә башлаған. Быйыл Өфөлә 12 ял итеү зонаһы эшләйәсәк. Ғәҙәттәгесә, һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә 1 июндән асыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку