Эҫе ямғыр

Эҫе ямғыр 11.08.2014

Шәмбе Өфөнөң Рәсәй урамындағы 169-сы йортта йәшәүселәр фатирҙарҙың береһендә торба ярылыуы һөҙөмтәһендә эҫе һыу аҫтында ҡала. Торлаҡтың өс ҡатында урынлашҡан фатирҙар зыян күрә, йәрәхәтләнеүселәр ҙә бар. Шуныһы ғәжәп: коммуналь хеҙмәттәр авария урынына һуңлап килгән.

Өфөнөң 58-се торлаҡ файҙаланыу участкаһы хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡ көтмәгән, күрәһең. Күҙ асып йомғансы һәр береһе кабинеттарына инеп бикләнде. Коммуналь хеҙмәт вәкилдәре  үҙҙәренә ҡараған йортта йәшәүселәрҙең һорауҙарына  яуап бирергә теләмәй.
Шәмбе кис 169-сы йорттағы бер фатирҙа торба ярылыу сәбәпле, подъезд буйлап эҫе һыу урғыла. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә биш ғаиләнең торлағы зыян күрә, йәрәхәтленеүселәр ҙә бар.
Ваҡиға өсөнсө ҡатта йәшәүсе Любовь Ульянова фатирында башлана, аш бүлмәһендәге торбанан эҫе һыу урғылып сыға. Был хәлгә әҙер булмаған ҡатын аяҡтарын бешерә. Әле иҙән ҡупҡан, йорт йыһаздары зыян күргән. Ярҙамды оҙаҡ ҡына көтөргә тура килә, һыу аҫтағы ҡаттарға аға. Любовь Ульянова ҡайһы бер ваҡиғаларҙы телефонға төшөрөп өлгөрә.
Уларҙан аҫта йәшәүсе Светлана ни эшләргә лә белмәй. Ғаилә яңыраҡ ҡына кредитҡа  аҡса алып ремонт эшләгән, һыу уның әҫәрен дә ҡалдырмаған. Ә коммуналь хеҙмәттәрҙең вайымһыҙлығы ҡыҙҙы илар сиккә еткерә.
Әле һаман күрелгән зыян буйынса акт төҙөүсе булманы, тип зарлана фатир хужалары,  ике көн үтеүгә ҡарамаҫтан, коммуналь хеҙмәтттәр сара күрергә ашыҡмай. Бынан тыш, авария бригадаһы ваҡытында килеп еткән осраҡта, һыу биш фатирҙы эшлектән сығарып өлгөрмәҫ ине, тип бара йортта йәшәүселәр. Әле улар ғәҙеллек эҙләп прокуратураға мөрәжәғәт итмәксе.  
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку