«Еңеү» республика марафоны Яңауыл районында

«Еңеү» республика  марафоны Яңауыл районында 09.02.2015

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан Өфөлә  старт алған  республика марафоны айҡанлы тантаналы саралар дауам итә.  Марафон Башҡортостандың 15 район-ҡалаһын иңләйәсәк. Акция  баш ҡалала  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгәндә тамамлана.

Был көндәрҙә капсула ҡаланың ете учреждениеһы һәм ойошмаларын урап сыҡты. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре уны «Чебурашка» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә тапшырҙы. Балалар һуғыш тураһында шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. Капсула артабан Ирек Мөҡсинов исемендәге гимназияға күсте. Уҡыусылар шанлы йылдар менән бөгөнгөнө бәйләп  Ленинград блокадаһына арналған театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Артабан лицей уҡыусылары  синыфтан тыш сарала Сталинград һуғышында ҡатнашыусыларҙы хөрмәтләп иҫкә алды.  Марафон үҙәк район китапханаһына тапшырылды. Сараға китапхананың иң өлкән уҡыусыһы - Бөйөк ватан һуғышы ветераны Михаил Зартдинов саҡырылғайны.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку