«Еңеү» республика марафоны Иглин районында

«Еңеү» республика марафоны Иглин районында 26.03.2015

Марафон символын   райондың  почетлы граждандары  Иглин ҡасабаһының үҙәк урамы буйлап  яу ҡырында ятып ҡалғандарҙың иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә  тиклем алып барҙы. Тантанала Бөйөк Ватан һуғышы һәм Афған һуғышы  ветерандары, спортсылар, мәктәп уҡыусылары   ҡатнашты.

«Мәңгелек ут»тан ваҡ капсулалар тоҡандырылды. Улар Иглин районы ауылдары буйлап үтәсәк. Тантаналы сарала һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына юбилей миҙалдары тапшырылды. Шулай уҡ   2014 йылда Ҡырымдағы сәйәси ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан Семен Жирнов  «Ҡырымды ҡайтарған өсөн»  миҙалы менән бүләкләнде. Еңеү капсулаһы Стәрлетамаҡҡа оҙатылды. Проект сиктәрендә республикала «Еңеү салюты» халыҡ ижады фестивале үтә.  Иглин районы мәҙәниәт йорто сәхнәһендә райондың  ижади  коллективтары, уҡыусылар театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Бәйгелә Нуриман районы  һәүәҫкәр артистары ла ҡатнашты.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку