Еңеү марафоны 04.02.2015

Өфөнөң «Мәңгелек ут» һәйкәленән старт алған Бөйөк Еңеү символын тәүгеләрҙән булып Яңауыл районы ҡабул итте. Ул 9-сы майға тиклем  республиканың бөтә төбәктәрен йөрөп сығасаҡ.

Район халҡы абруйлы делегацияны тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡаршы алды. Күркәм сараға һуғыш ветерандары, мәктәп уҡыусылары саҡырылды. Сал сәсле уҙамандар һуғыш хәтирәләрен уртаҡлашты, йәш быуынға кәңәштәрен бирҙе. Район ветерандары араһында Сталинград алышы ҡатнашыусыһы ла бар - ул Әсғәт Нәби улы Ғәббәсов. Мәктәп уҡыусылары геройҙар алдында концерт менән сығыш яһаны.
Яңауылда «Мәңгелек ут» 16-сы февралгә тиклем буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика