Еңеү көнөн - Орел өлкәһендә 12.05.2017

«Юлдаш» радиоһы ойошторған хәтер акцияһында журналистар, артистар, хәрби комиссариат һәм мосолман руханиҙары вәкиле, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларҙың туғандары ҡатнашты. Орел өлкәһенең Колпна районында 40-тан ашыу туғандар ҡәберлеге бар, уларҙың һәр береһендә тиерлек Башҡортостан яугирҙары ерләнгән.

Орел өлкәһе Колпна районында беренсе тапҡыр ҡурай моңдары яңғыраны. “Сыңрау торна” көйөн урындағы халыҡ ихлас ҡабул итте. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был урындарҙағы ҡаты алыштарҙа Башҡортостандан меңләп яугир башын һала.
Рәмилә менән Мөслимә Истамбаеваларҙың яугир олаталары тап ошо ерҙә мәңгелек тыныслыҡ тапҡан. Улар акцияла ҡатнашыусылар менән бергә батырҙың ҡәберлегенә тыуған ер тупрағы һалды, ағастар ултыртты.
Изге сәфәрҙә ҡатнашыусыларҙың иң оло вәкиле - Юрик Закировҡа 78 йәш. Оҙон сәйәхәттә уны һеңлеһе Тәнзилә Нәбиуллина оҙатып йөрөнө. Юрик Әхмәткамал улы Маркин ауылында атаһы ерләнгән урында булды. Атаһы һуғышҡа киткәндә Юрик олатайға 3 кенә йәш була.
Колпна районында иң ҙур туғандар ҡәберлеге Фошня ауылында. Бында меңдән ашыу һалдат ерләнгән, бөгөнгә 300-енең генә исемдәре асыҡланған. Республика делегацияһы урындағы халыҡ менән бергә ағастар ултыртты. Һәр ҡәберлек эргәһендә аяттар уҡылды.
Район үҙәге Колпна ауылында Башҡортостан вөкилдәре ҡатнашлығында байрам концерты күрһәтелде. Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, Сәйет Билалов, Филүс Ҡасимовтарҙың сығышын халыҡ ихлас ҡабул итте.
Республика делегацияһы Колпна халҡы менән бергә «Үлемһеҙ полк» маршы буйлап уҙҙы, батырҙар һәйкәле янында митингта ҡатнашты.
Орел өлкәһендә илебеҙҙең данлы тарихын хөрмәтләп һаҡлайҙар. Бында йәше лә, ҡарты ла Бөйөк Еңеү тураһында хәтирәләр һаҡлай. Район хакимиәте Башҡортостанда һуғышта һәләк булған яугирҙар исемен тергеҙеү, тарихты өйрәнеү буйынса алып барылған эштәрҙе юғары баһаланы, өлкә етәкселеге исеменән республика етәкселегенә һәм халҡына оло рәхмәтен белдерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика