Еңеү эстафетаһы 09.02.2015

Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған саралар Башҡортостандың һәр районында  үткәрелә һәм улар йыл әйләнәһенә дауам итәсәк. Ошо көндәрҙә Күгәрсен районының Ҡалдар ауылында  Бөйөк Еңеүҙең етмеш йыллығына арналған  «Еңеү эстафетаһы» старт алды.

Байрам эстафетаһын Ялсы ауыл биләмәһенең йәш саңғысылары башлап ебәрҙе. Һуңынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандар иҫкә алынды. Халыҡ  ауылда урынлашҡан обелискҡа сәскә гөлләмәләре һалды. Спорт ярыштары менән байытылған акция Ялсы ауыл биләмәһе әҙерләгән дуҫлыҡ концерты менән тамамланды. Ҡунаҡтар эстафетаның төп символдарын иҫтәлек альбомын һәм Еңеү штандартын тапшырҙы. Волосновка ауыл биләмәһе артабан эстафетаны Чапаев ауыл биләмәһенә тапшырасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика