Еңеүҙең исемдәре

Еңеүҙең исемдәре 11.11.2014

Башҡортостанда ошо исем аҫтында өр-яңы проект старт алды.  Уны ойоштороу башланғысы менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, эҙәрмәндәр һәм йәмәғәтселек  вәкилдәре сығыш яһай.

«Хәтер» китабын төҙөүҙә республикала йәшәүсе һәр кем  ҡатнаша ала. Ул Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгән көндәрҙә донъя күрер тип көтөлә. Бөгөнгә  һуғыш йылдарында Башҡортостандан ғына 127 мең кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Архив документтары менән эш иткәндә яугирҙарҙың яҙмышын асыҡларға мөмкин булыр ине, ти  проект авторҙары. Бының өсөн һәр кеше Мемориал порталы менән файҙалана ала. 2010-сы йылда республиканың эҙәрмәндәр отрядтары тарафынан ҙур эштәр башҡарылған. Улар 40 миллион дананан ашыу документты электрон форматҡа күсергән. Был юлы проект республика кимәлендә ғәмәлгә ашырыласағы менән әһәмиәтле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку