Еңеүҙең етмешенсе яҙын ҡаршыларға яҙманы

Еңеүҙең етмешенсе яҙын ҡаршыларға яҙманы 11.04.2015

Баймаҡта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ҡаланың почетлы гражданины, журналистарҙың Сәғит Мифтахов һәм  райондың Батыр Вәлид исемендәге премиялары лауреаты Вара Бәшәр улы Буранбаевты һуңғы юлға оҙаттылар. Райондың абруйлы аҡһаҡалдарының береһе,  Курскты азат итеүҙә ҡатнашҡан яугир-ветеран менән хушлашырға райондың барлыҡ предприятие-ойошмалары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары һәм район етәкселеге килде.

Вара Буранбаев менән хушлашыу митингы ҡаланың хәрби комиссариаты янында уҙҙы. 91-се йәше менән барған ветеранды ҡала һәм районда белмәгән һирәктер. Еңеү байрамдарын ветеран һәр саҡ йөрәкһенеп оло ғорурлыҡ менән ҡаршылай ине. Еңеүҙең етмешенсе яҙын да ул түҙемһеҙләнеп көттө, ти яҡындары. Әммә һуңғы мәлдәрендә һаулығы тынғыһыҙлай. Еңеүҙең етмеш йыллығы айҡанлы юбилей миҙалын да Вара Бәшәр улына дауханала алырға тура килә.
1942  йылда ун һигеҙ йәшендә генә һуғышҡа оҙатыла. Алкинолағы хәрби лагерҙа биш ай уҡып, сержант званиеһында фронтҡа алына. Тәүге  сынығыуҙы иң ҡаты алыштарҙың береһендә - Курск дуғаһында ала. Артиллерия расчетында тоҫҡап атыусы була.
Илебеҙҙең көнбайышындағы Союз республикаларын, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың көҙөндә бер төркөм артиллеристарҙы фронттан алып,  Силәбе ҡалаһына ебәрәләр. Бында ул өс ай танкистлыҡҡа уҡый, 1945 йылдың февралендә кире фронтҡа оҙатыла. Вара Бәшәр улы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү таңын  танк командиры вазифаһында Берлиндың көньяғындараҡ Подстам ҡалаһында ҡаршылай.
Ветерандың һуғыштан һуңғы эшмәкәрлеге айырым тарихҡа тиң. Партия райкомының агитация бүлеге хеҙмәткәре,  Баймаҡ район гәзите мөхәррире, район Советы рәйесе урынбаҫары, Халыҡ контроле комитеты рәйесе, Башкинопрокат филиалы етәксеһе. Ҡайҙа эшләһә лә уны йор һүҙле, алсаҡ һәм ихлас кеше булараҡ иҫкә алалар.
Вара Буранбаев хаҡлы ялға сыҡҡас әүҙем яҙыша башлай. Уның мемуар, хикәйәләре йыш гәзит-журнал биттәрендә баҫтырыла. Дүрт китап авторы. Шулай итеп уға «һуғыштарҙан иҫән ҡайтһам, бик күп итеп китап яҙырмын» тигән нәҙерен дә үтәргә насип була.
Хөрмәтле яугир-ветеран менән хушлашыу митингыһында уның хаҡында күп йылы һүҙҙәр яңғыраны. Вара Буранбаевты ҡала зыяратында ерләнеләр. Еңеү байрамына бер ай ғына ҡалды тигәндә мәрхүм булған Вара Буранбаевтың яҡты иҫтәлеген яҡташтары оҙаҡ хәтерҙә һаҡлаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку