Дыуан бульварындағы 21-ce йортта төҙөлөш һәм ремонт эштәре тамамланыуын фатир алыусылар 8 йыл дауамында көтә 29.04.2016

Әммә төҙөүсе фирма етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ашыҡмай.Төҙөлөштәге  кәмселектәр  күҙгә күренеп тора. Стеналар ярыла, түбәгә түшәлгән бетон блоктар саманан тыш аралы. Дүртенсе подъездан фатир алыусылар үҙ иҫәбенә ремонт эштәренә тотонған. Бәхәсле йортҡа бөгөн  cуд ҡарары нигеҙендә  суд приставтары хеҙмәте тарафынан арест һалынды.

Арест һалыныуы ремонт эштәренә тотҡарлыҡ тыуҙырмаясаҡ. Халыҡ  күптән көткән фатирҙарына тиҙ арала күсеп килһен өсөн, төҙөлөш эштәре туҡтатылмаясаҡ, әммә фатирҙарҙы һатыу һәм милеккә бәйле башҡа ғәмәпдәр башҡарылмаясаҡ.
Анна һәм Владимир Зарубиндар был йорттың унынсы ҡатынан һигеҙ йыл элек фатир һатып алған. Әмммә уңышһыҙ. Улар ошо көнгә тиклем ҡуртымға алған фатирҙа көн итә. Күрше йорттарҙың береһендә йәшәүсе балаларына яҡын йәшәү теләге һаман яҡты хыял булып ҡына ҡала.
Анна Зарубина, Дыуан бульварындағы 21-се йорттан фатир һатып алыусы: «Беҙгә фатир асҡыстарын бирмәйҙәр.Тейешле миллиондарҙы һигеҙ йыл элек түләнек. Йорттоң төҙөлөп бөтөүен көтә-көтә, тамам аптырауға ҡалдыҡ. Етешһеҙлектәр күп. Беҙгә судлашып, фатирҙы шәхси  милеккә  күсерегеҙ тиҙәр».
Фатирҙарҙы шәхси милеккә күсереү төҙөүсе  компания етәкселеге  иңдәренә ятҡан яуаплылыҡты юҡҡа сыҡарасаҡ. Килеп тыуған сетерекле хәлгә төҙөүсе компания етәкселеге фекерен ишетергә теләү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Беҙҙең хәбәрселәр киләсәктә  төҙөүсе компания етәкселегенең дә  фекерен ишетергә өмөт итә. Төҙөүсе һәм идара итеүсе компанияның эшмәкәрлегендәге етешһеҙлектәр менән көрәшеүсе халыҡ был баш-баштаҡлыҡҡа нөктә ҡуйырға теләй.
Айгөл Әхмәтова, Дыуан бульварының 21-се йортонда йәшәүсе: «Беҙҙең парковкала йыл әйләнәһенә һыу ята. Нығытыусы стеналарҙа ярыҡтар хасил була. Беҙ яҡын киләсәктә идара итеүсе компанияны алыштырырға уйлайбыҙ».
Төҙөүсе компания порядсылар һәм йорт төҙөүгә өлөшләтә аҡса  индереүселәргә 40 миллион һумдан ашыу бурысҡа батҡан. Бер-нисә подъезда  кешеләр йәшәй, әммә  йорт һаман да файҙаланыуға тапшырылмаған. Ҡайһы бер хужалар  судлашып торлаҡҡа үҙ хоҡуҡтарын теркәгән. Ә күптәр төҙөлөш нормаларын боҙоп төҙөлгән бинаға күсергә ашыҡмай, ғүмере өсөн хәүефләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика