"Дуҫлыҡ", "Низағ" биҫтәһенә әйләнде 10.08.2016

Иглин ҡасабаһындағы яңы биҫтә төҙөлөшөнә аҡса һалыусылар һаман вәғәҙә ителгән фатир асҡыстарын ала алмай.  Бөгөн улар урам  акцияһын ойошторҙо.

Утыҙ градуслыҡ эҫе улар өсөн бер ни түгел. Иң мөһиме -вәғәҙә ителгән йорттарҙы тапшырһындар. Иглин ҡасабаһындағы  "Дуҫлыҡ" торлаҡ комплексы 2014 йылда сафҡа инергә тейеш ине, әммә эштәр әле лә тамамланмаған. Илленән артыҡ ғаилә төҙөлөшкә һуңғы аҡсаһын һалған. Бөгөн улар туғандарына һыйынырға,  йә ҡуртымға  алынған фатирҙа  көн итергә мәжбүр.

Фатир хужалары көтөп арыған. Буш вәғәҙәләргә хәҙер ышанғылары килмәй.
Торлаҡ комплексындағы хәлдәр тураһында былтыр,  сентябрь һәм ноябрь айҙарында яҙма күрһәткәйнек. Ул ваҡытта төҙөлөш компанияһы вәкилдәре  йорт тиҙҙән   сафҡа инәсәк, тип ышандырғайны. Әле бинаның стеналары күтәрелгән, ҡыйыҡтың бер өлөшө ябылған. Төҙөлөш бөтөнләй туҡтап ҡалған тип тә әйтеп булмай, ул әкрен бара.

Төҙөлөш  "Башстройкомплект" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иңендә. Тәүҙә уның етәкселәре  матур тормош вәғәҙә итә. Күркәм йорттар, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары булған заманса комплекс тураһында һүҙ алып бара улар. Тик әле бында башҡа пейзаж. Тирә-яҡта төҙөлөп бөтмәгән йорттар һәм сүп-сар өйөмдәре. Проектҡа ярашлы иһә "Дуҫлыҡ" биҫтәһендә эштәр  күптән тамаланған булырға тейеш ине. Мәсьәләне асыҡлау маҡсатында беҙ ширҡәт етәкселеге менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Ул беҙҙең менән телефон аша ғына һөйләшеүҙе хуп күрҙе.

Төҙөлөш компанияһы вәкилдәре "Дуҫлыҡ" торлаҡ комплексында эштәр сентябрь айында тамамланасаҡ тип вәғәҙәләй. Мәсьәлә атап үтелгән  мөҙҙәттә  хәл ителерме юҡмы, әлегә билдәһеҙ. Барыһы ла эшҡыуарҙың намыҫына бәйле. Яңы биҫтәнән фатир алыусыларға көтөргә ҡала. Беҙ ваҡиғалар үҫешен күҙәтеп барасаҡбыҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика