Дуҫлыҡ күпере 10.10.2016

Бөгөн Башҡортостандың Ашинский ауылы менән Силәбенең Әшә ҡалаһы араһында  аҫылмалы күпер файҙаланыуға тапшырылды . Был объект йылдар дауамында көтөп алынған. Сөнки  ауыл балалары ҡалаға уҡырға йөрөй, уларға яҙғы ташҡын мәлендә   иҫке күпер аша йөрәктәрен усҡа тотоп үтергә тура килә. Хәҙер иһә бар ауырлыҡтар артта. Йылға аша ғына урынлашҡан ике төбәкте заманса күпер бәйләй.  

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһен тоташтырған аҫылмалы күперҙең оҙонлоғо 47 метр,  ул 7 ай эсендә генә сафҡа индерелә.  Ҡоролманы төҙөү 8 миллион һумға төшә, аҡсаны  Республиканың социаль үҫеш фонды бүлә.  
Күперҙе ике төбәк халҡы ла көтөп алған. Сөнки Ашинский ауылынан  кескәйҙәр балалар баҡсаһына, уҡыусылар   мәктәпкә, өлкәндәр эшкә, дауаханаға тап Әшә ҡалаһына йөрөй. Һыу күтәрелгән ваҡытта йылға аша сығыу ныҡ ҡатмарлаша.
Әшә йылғаһы аша ошондай ағас баҫмалар әллә нисә тапҡыр һалына, әммә оҙаҡҡа түгел.  Уларҙы  яҙғы ташҡын һыуҙары ағыҙып алып китә, 80-се йылдар аҙағында төҙөлгән ҡоролма ғына нығыраҡ булып сыға, тик тәүҙә уның сите булмай. Был төндә эштән ҡайтып килгән ике кешенең  һыуға ҡолап һәләк булыуына килтерә.  Шуға күрә ауыл халҡы был урынды сират күпере тип атай.
Ашинский ауылында күберәк марыйҙар төпләнгән,  бында 5 тиҫтәгә яҡын йорт иҫәпләнә, барлығы 20 уҡыусы. Ата-әсәләр әйтеүенсә, йыл һайын яҙғы ташҡын мәлендә йөрәкте усҡа тотоп ултырырға тура килә.   Урау юл иһә зыярат аша ята, икенсенән 7-8 саҡрым тирәһе йәйәү барырға кәрәк.
Ашинский халҡы  ярҙам һорап Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң ғына  боҙ урынынан ҡуҙғала. Ике ярҙы ғына түгел, ике төбәкте тоташтырған яңы заманса ҡоролма ҡалҡып сыға.  Красный Восход ауыл биләмәһе етәкселәре әйтеүенсә,  һуңғы йылдарҙа бында ныҡлы үҫеш күҙәтелә.  Яңы һөт заводы асылған, эзбиз, гипс ташы ҡаҙыу менән шөғөлләнгән ике карьер эш башлаған. Һуңғы икәүһендә генә 200-ҙән ашыу кеше эш урыны тапҡан. Киләсәктә инде был яҡҡа  газ үткәреү, юлдар һалыу маҡсаты тора, был йәнә инвесторҙарҙы йәлеп итергә булышлыҡ итәсәк.
Иглин районы етәкселеге билдәләүенсә,  бөгөн асылған яңы күпер ҙә төбәктең үҫешенә ныҡлы этәргес яһай, бөгөн  үк Ашинскийҙа ер участкаһы алырға  теләп бер нисә кеше мөрәжәғәт иткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика