«Дуҫлыҡ» биҫтәһендә ғауға

«Дуҫлыҡ» биҫтәһендә  ғауға 08.09.2015

Иглин ҡасабаһындағы  яңы биҫтәнән фатир һатып алыусылар  беҙҙең телеканалға шылтыратты. Улар  йорттоң һаман төҙөлмәүенә ризаһыҙлыҡ белдерә. Ә авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгән халыҡ йәшәү шарттарының яҡшырмауына зарлана.

«Дуҫлыҡ»  биҫтәһе, «Төҙөүселәр»  урамы. Яңы йорттарҙа йәшәүселәр үҙ-ара дуҫ та ул. Тик «Төҙөүселәр»  тип аталыусы урам да, яңы биҫтәнең  исеме лә әлегә  есеменә тура килмәй.  Бөтәһен дә  йәшәү шарттарының насар булыуы  борсой. Ике йортта авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгән кешеләр йәшәй. Әммә яңы фатирҙа йәшәү уларҙы ҡәнәғәтләндермәй. Тәҙрәләрҙән ел өрә, йылылыҡ менән дә проблема, ти улар. Ә иң аяныслыһы бында берәр йылдан ашыу йәшәгән кешеләргә һаман да ордер тапшырылмаған.  
Фәрүәз Шәмсетдинов, «Төҙөүселәр» урамындағы 23/1 йортта йәшәүсе, Флүзә Фарзинова, «Төҙөүселәр» урамындағы 23-сө йортта йәшәүсе, Әлмира Панова, «Төҙөүселәр»  урамындағы 23-сө йортта йәшәүсе: «Йәй көнө өс көн ут булманы. Беҙ йыуына ла, ашай ҙа,  ашарға ла бешерә алманыҡ. Электр булмаясағы хаҡында иғлан да элмәнеләр.  Иҫәпләшмәгән  бурыс өсөн тигәндәр. Беҙ уны түләй  ҙә алмайбыҙ. Беҙҙең квитанциялар ҙа юҡ,   иҫәп тә асылмаған».
Йыйылған халыҡтың бер төркөмө ошолай  ауыр шарттарҙа йәшәүенә зарланһа, икенселәрҙең  фатирҙары әле һауала ғына.  
Былтыр апрель айында ҡул ҡуйған  килешеүҙә объектты 2014 йылдың икенсе кварталында файҙаланыуға тапшырырға тейешлектәре аҡ ҡағыҙға ҡара менән яҙылған. Тик вәғәҙә үтәлмәгән.
Андрей Илтирәков, «Дуҫлыҡ» биҫтәһендә фатир һатып алыусы: «Беҙ судҡа ла мөрәжәғәт иттек. унда еңдек. Тик һөҙөмтәһеҙ. Торлаҡ  булмағас  йәй көнө баҡсала йәшәйем,  ҡыш ҡуртымға алам».
Алина Ханова, «Дуҫлыҡ» биҫтәһендә фатир һатып алыусы: «Ирем менән һаҡлап йыйған бөтә аҡсаны, машинаны һатып ошо йорттан фатир алдыҡ. Ул былтыр нисек булған, шул хәлендә. Хәҙер аҡса ла, фатир ҙа юҡ. Ата-әсәй  менән йәшәргә мәжбүрбеҙ».
Биҫтә  Иглин ҡасабаһына ингән ерҙә. Уны төҙөүсе «Башстройкомплект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәүҙә   матур тормош вәғәҙә итә. Күркәм йорттар, балалар өсөн майҙансыҡтар, төҙөк, уңайлы комплекс.Тик әлегә бында сүп-сар өйөмдәре, һыу күләүектәре, тау-тау төҙөлөш материалдары.  Ә  һалына башлаған йорт  кескәй малайҙарҙың уйын урынына әйләнгән.   Стена баштарынан   улар йүгереп йөрөй. Был үтә лә хәүефле икәнлеген аңлап та еткермәйҙер.  Йәмғиәт етәксеһе менән беҙ телефон аша бәйләнешкә сыҡтыҡ.  
Андрей Абызов,   «Башстройкомплект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры: «Фатир һатып алыусылар менән өҫтәмә килешеү буласаҡ, ташландыҡ   төҙөлөштә эштәр  быйыл октябрь айына тиклем тамамланасаҡ»,  тине ул. Бөтә һорауҙарға бер генә яуабы бар-көрсөк.  «Дуҫлыҡ"тан фатир алыусылар уны төҙөүсе менән татыулаша алырмы? Был темаға беҙ әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ әле. Быйыл,  ноябрҙә.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку