Дуҫ дошманға әйләнһә... 06.02.2015

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә йәшәүсе ғаилә балаларына эт ташланыуы тураһында хәбәр итә. Бәхеткә, малай йәрәхәтләнмәй,  салбары ғына йыртыла. Ләкин был тирәлә берәҙәк эттәрҙең күп булыуын  һәр кем иҫбатлай ала. Халыҡтың тейешле инстанцияларға мөрәжәғәт итеүенең дә әлегә һөҙөмтә юҡ.

Мәктәп уҡыусыһы Эмиль Әмирйәнов  һаман тыныслана алмай. Малайға мәктәптән ҡайтып барышлай ике эт һөжүм итә. Ярай әле яралар ҡурҡыныс түгел - йыртыҡ салбар һәм ҡурҡыу тойғоһо. Эмиль шунда уҡ әсәһенең эшенә йүгерә.
Ваҡиға Өфөнөң Дзержинский урамында булған. Бында шәхси йорттар урынлашҡанға күрә, эттәр ҙә күп. Уларҙың бәйһеҙ йөрөгәндәре лә байтаҡ.
4-се синыф уҡыусыһы Эмилгә ике көн элек эттәр тап ошо урында һөжүм итә. Ләкин бөгөн дә уларҙың бында йүгереп йөрөүен күрергә мөмкин. Асыҡланыуынса, уларҙың, хатта хужаһы ла бар.Ул тап ошо йортта йәшәй.
Тап ошо эттәр Эмилгә һөжүм иткән тип иҫбатлап булмай, ләкин уларҙың ярайһы уҡ уҫал булыуын беҙ үҙебеҙ ҙә күрҙек.
Йортта йәшәүсе ҡатын иһә минең эттәрем бер кемгә лә зыян килтермәй тип аңлата.
Ҡыҙғанысҡа, күп хужалар эттәрен бәйҙә тотоуҙы, морондоҡ кейҙереүҙе кәрәкле тип тапмай. Ә бит ҡала урамдарында берәҙәк хайуандар ҙа байтаҡ. Уларҙың кешегә һөжүм итеү осраҡтары ла ғәҙәти күренеш. Ҡыҙғанысҡа, ҡорбандар араһында балалар күп.
Берәҙәк хайуандар менән бәйле иң ҡурҡыныс ваҡиғаларҙың береһе былтыр октябрҙә Өфөлә теркәлде. Ушаков урамында берәҙәк эттәр өйөрө 10 йәшлек балаға һөжүм итә, үҫмер һәләк була. Күренеүенсә, мәсьәлә киҫкен тора. Баш ҡалала берәҙәк хайуандар менән Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ унитар предриятиеһы шөғөлләнә. Ләкин улар муйынсағы булған эттәрҙе тоторға ашыҡмай. Сөнки барыһы ла предприятиеның финанс ҡыйынлыҡтарына барып тоташа, улар тик берәҙәк икәне күренеп торған хайуандарҙы ғына аулай. Өҫтәүенә, ойошма белгестәренә даими рәүештә хайуандар хоҡуғын яҡлаусылар баҫым яһай.
Михаил Лебедев, ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ предприятиеһының бүлек етәксеһе: «Хайуандарҙы яҡлаусылар эттәр менән кешелекле булыуыбыҙҙы талап итә. Ләкин был тәңгәлдә  хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Эттәрҙе тотоу өсөн элек паралитик укол ҡуллана инек, хәҙер унан баш тартырға тура килде».
Былтыр предприятие белгестәре 10 меңгә яҡын берәҙәк эт тотҡан. Хәҙер урамдарҙа берәҙәк хайуандар кәмей бара. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә махсус приют төҙөү ҙә раҫланған. Ул сафҡа инеү менән мәсьәлә ыңғай яҡҡа үҙгәрергә тейеш. Әлегә иһә үҙеңә һаҡ булыуҙан башҡа сара юҡ.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика