ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 13.05.2016

Федераль именлек хеҙмәте Санкт-Петербургта Эстония шымсыһын ҡулға алды. Арсен Мардалейшвли Рәсәй Ҡораллы Көстәре тураһында йәшерен мәғлүмәт йыйған. Улар сит ил махсус хеҙмәттәре ҡулына эләккән хәлдә илдең оборона һәләтенә ҙур зыян килер ине тигән фекерҙә белгестәр. Әле тикшереү бара, енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Европала ракеталарға ҡарша оборона системаһын урынлаштырыу һаҡланыу түгел, ә ядро ҡеүәтен арттырыу ғына . Был турала Владимир Путин хәрби етәкселәр менән кәңәшмәлә белдерҙе. Ҡушма Штаттар төрлө мәғлүмәт саралары ярҙамында халыҡ-ара  йәмәғәтселектең аңын томаларға тырыша, шулай ҙа әлеге системаның нимәгә тәғәйенләнгәнен беҙ яҡшы аңлайбыҙ. Был Ҡушма Штаттарҙың стратегик ядро ҡоралының бер өлөшө генә тип билдәләне Ил президенты.

ХХХ
Польша халҡы Ҡушма Штаттарҙың ракетаға ҡаршы оборона системаһын урынлаштырыуға ризаһыҙлыҡ белдерә. Илдең Редзиково ҡасабаһы янында ПРО системаһы базаһы төҙөләсәк. Урындаға халыҡ был объектты урынлаштырыу менән килешмәй урам акцияһын ойошторҙо.

ХХХ
Бразилия Президенты Дилма Русефты вазифаһынан ситләтеүҙә Вашингтондың баҫымы һиҙелә. Был турала Венесуэла президенты Николас Мадуро белдерҙе. Рәсми Каракас импичмент ҡарарын ҡәтғи тәнҡитләп сығыш яһаны.

ХХХ
Апрелдә Грецияға законһыҙ мигранттар ағымы 90 процентҡа кәмегән. Был турала Фронтекс сик буйы агентлығы хәбәр итә. Мартта Төркиә менән Европа берлеге араһында законһыҙ миграттар ағымын көйләү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. Күҙәтеүселәр фекеренсә, документ ҡуйылған маҡсатына ирешә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика