ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 07.07.2016

Дағстандың Ҡарабудахкент районында  махсус операция барышында 7 террорсы юҡ ителде. Был турала террорға ҡаршы милли комитеттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Бандиттар менән бәрелеш ваҡытында Федераль именлек хеҙмәтенең өс вәкиле лә яраланған. Урындағы халыҡ араһында зыян күреүселәр юҡ, тип билдәләнә мәғлүмәттә.

Федераль трассаларҙың 90 проценты заман талаптарына яуап бирмәй. Рәсәй транспорт министрлығының коллегия ултырышында шундай һығымта яһалды. Ведомство етәксеһе урынбаҫары Евгений Дитрихтың фекеренсә, 50 мең саҡырымға һуҙылған юлдарҙың ни бары ундан бер өлөшө тейешле нормативтарға тура килә.

ХХХ
Берлиндың Трептов паркында рок-фестиваль үткәреү Европаны фашизмдан азат итеү өсөн башын һалған совет һалдаттарына ҡарата ихтирамһыҙлыҡ сағылышы булыр ине. Сит ил эштәре министрлығы  рәсми вәкиле Мария Захарова Германияның баш ҡалаһында мәҙәни сара үткәреү пландарына  ҡарата ведомствоның ҡарашын еткерҙе. Рок фестиваль үткәреүгә әле рәсми рөхсәт алынмаған.  Трептов паркта Совет һалдаттары ерләнгән, мемориаль комплекс үҙәгендә азатлыҡ яугирына һәйкәл ҡуйылған.

ХХХ
НАТО Рәсәй менән хеҙмәттәшлектән баш тартырға йыйынмай. Был турала бөгөн Германия канцлеры Ангела Меркель белдерҙе. Төньяҡ Атлантика альянсы әле көнсығышҡа табан киңәйеү сәйәсәтен алып бара. Балтик буйы илдәре һәм Польшаға өҫтәмә хәрби контингент индереү мәсьәләһе лә хәл ителә.

ХХХ
Кипр Европа берлегенең Рәсәйгә ҡарата санкцияларынан баш тартыу яҡлы. Ил парламенты бөгөн күпселек тауыш менән рәсми резолюция ҡабул итте. Документта Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү кәрәклеге билдәләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика