ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 09.03.2016

2016 йылда сил илгә сығып ял итеүселәр һаны кәмейәсәк. Был турала «Интурист» милли туристик компанияһы белгестәре белдерҙе. Күҙаллауҙарға ярашлы быйыл тышҡы туризмды һайлаусылар һаны 6 миллион кешенән дә артмаҫҡа тейеш. Сағыштырыу өсөн 2014 йылда сит илдәрҙә 17 миллион ватандашыбыҙ ял иткән.

Һөткә сертификат индереү контрафактты асыҡларға ярҙам итәсәк. Был турала Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү федераль хеҙмәте етәксеһенең ярҙамсыһы  Алексей Алексеенко белдерҙе.  2016 йылдың март айынан илдә етешетерелгән һөт ризыҡтарының һәр партияһына  ветеринар таныҡлыҡ биреү тураһында ауыл хужалығы министрлығының фарманы үҙ көсөнә инде.  Өҫтәлмә документтар юллау һөт етештереү күләме кәмеүенә килтерәсәк тигән һылтау менән ҡайһы бер эре етештереүселәр был ҡарар менән килешмәй.  Белгестәр иһә  намыҫлы етештереүсегә сертификат ҡамасауламаясаҡ, киреһенсә сифатһыҙ тауар, шул иҫәптән һөт ризыҡтары составында пальма майын асыҡларға мөмкинлек бирәсәк тигән фекерҙә.
ХХХ
Словения ла ҡасаҡтар өсөн ил сиген япты. Был турала Сербияның РТС телеканалы хәбәр итә. Балҡан миграция юлы ябыҡ, Словения артабан илгә рәсми мигранттарҙы ғына индерәсәк, шенген зонаһына инеү хоҡуғын таныған документтары булмаған  ҡасаҡтар өсөн ишектәр ябыҡ тип белдергән  Словенияның премьер-министры Миро Церара
ХХХ
Бангладеш ярына яҡын, диңгеҙгә Ан-26 транспорт самолеты ҡолап төштө. Ҡаза мәлендә бортта дүрт кеше булған. Уларҙың барыһы ла Рәсәй ватандаштары. Ҡотҡарыусылар ике кешене иҫән килеш һыуҙан сығарған, икәүһен эҙләү дауам итә. Мәғлүмәткә ярашлы АН-26 самолеты креветкалар траспортлау менән шөғөлләнгән. Авария сәбәптәре әлегә билдәһеҙ.
ХХХ
Афғанстандың баш ҡалаһы Ҡабулда бөгөн террорсы үҙ-үҙен шартлатты. Террор ғәмәле президент һарайы һәм дәүләт учреждениелары күпләп урынлашҡан биҫтәлә ғәмәлгә ашырылды.Шартлау ҡорбандары тураһында мәғлүмәт юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку