ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 06.05.2016

Рәсәйҙең федераль именлек хеҙмәте Красноярскиҙа террор ғәмәле башҡарырға йыйынған төркөмдө ҡулға алған. Уларҙы асыҡлау буйынса уҙғарылған махсус операция бөгөн уңышлы тамамланды. Халыҡ-ара террористик ойошмаға ҡараған  Үҙәк Азия илдәре граждандары  Еңеү көнөндә ҡалалағы йәмәғәт транспорттарын шартлатырға ниәтләгән.  

Бөгөн Ырымбур өлкәһендә Сүриәлә һәләк булған офицер Александр Прохоренконы һуңғы юлға оҙаттылар. Хушлашыу сараһы Рәсәй Геройы тыуған Түлгән районында үтте. Мәрхүм менән бәхилләшергә меңдәрсә кеше килде. Улар араһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич та булды.    

ХХХ
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев Ҡырымға осоусы субсидияланған  авиамаршруттар исемлеген киңәйтеү тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. 30 ноябргә тиклем ғәмәлдә буласаҡ программаға тағы ла Рәсәйҙең 15 ҡалаһы инде. Субсидия алыуға 23 йәшкә тиклемге граждандар, пенсионерҙар, икенсе, өсөнсө төркөм инвалидтары һәм уларҙы оҙатыусы пассажирҙар дәғүә итә.  

ХХХ
Ҡытайҙың Шанхай ҡалаһында асылған 17-се халыҡ-ара ауыл хужалығы күргәҙмәһендә быйыл беренсе тапҡыр Рәсәй етештереүселәре лә ҡатнаша. Абруйлы форумға төрлө илдәрҙән өс меңгә яҡын экспонат килтерелгән. Рәсәй төбәктәре стенды күргәҙмәгә килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ошонда уҡ Ҡытайға бойҙай оҙатыу буйынса оҙайлы килешеүгә ҡул ҡуйылған.  

ХХХ
Мариин театрының Симфоник оркестры Пальмираның боронғо Рим амфитеатры сәхнәһендә концерт менән сығыш яһаны. Артистарҙың ижады менән яҡындан танышырға бик күп халыҡ, шулай уҡ Рәсәй, Сүриә һәм ЮНЕСКО ойошмаһының рәсми вәкилдәре килде.  Мәҙәни мираҫты һаҡлауға йүнәлтелгән  акция бар донъяны тыныслыҡҡа әйҙәүгә һәм террорға ҡаршы көрәшеүгә йүнәлтелде.    

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика