ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 20.04.2016

Рәсәй ауыл хужалығыны күҙәтеү федераль хеҙмәте Төркиәнән  баклажан индереүҙе ваҡытлыса тыйыу  тураһында ҡарар ҡабул итте. Ул 25 апрелдән ғәмәлгә инә. Сикләү ауыл хужалығы продукцияһында зарарлы организмдар табылыуы менән бәйле.

Үҙәк Банк рәйесе Эльвира Нәбиуллина ил иҡтисады күрһәткестәренең  түбәнгә тәгәрәүе кәмей бара ти белдерҙе. Сит ил валюталарының инфляцияға кире йоғонтоһо кәмей, ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек, химия, машиналар сығарыу тармаҡтарында бер ни тиклем үҫеш күҙәтелә. Шулай ҙа быйыл бюджет дефицит менән үтәлә, ошо сәбәпле инфляция артыуы ихтимал, тигән баш банкир Эльвира Нәбиуллина.

ХХХ
Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Германия Канцлеры Ангела Меркел бөгөн Украина мәсьәләһе буйынса фекер алышты. Яҡтар төбәктә тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн Нормандия форматы һәм ОБСЕ линияһы буйынса эшмәкәрлек алып барырыға килеште тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.

ХХХ
Рәсәйҙә тыйылған Ислам Дәүләте террор төркөмө Европаға ядро, химия һәм  биологик ҡорал ҡулланыу менән янай. Был турала НАТО һәм Европа берлеге юғары етәкселегенә һылтанып  Бөйөк Британияның Индепендент гәзите хәбәр итә. Баҫмала донъя күргән мәғлүмәткә ярашлы, террорсыларҙың атап үтелгән ҡорал өлөштәрен  һатып алырға ынтылыуҙары билдәле.

ХХХ
Ҡушма штаттарҙа «Панама досьеһы» буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатыла. Исемлек коррупция менән бәйле. Халыҡ-ара журналист тикшереүҙәре консорциумы  асыҡлаған мәғлүмәттә   200-ләгән Америка гражданының да исеме бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика