ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 14.06.2016

Рәсәй сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы ағас йорттар төҙөлөшөнә ташламалы ипотека программаһын раҫлау кәрәклеге тураһында тәҡдим менән сығыш яһаны. Ведомство етәксеһе Денис Матуров фекеренсә, бындай алым  төҙөлөш материалдары сәнәғәте үҫешенә етди этәргес бирәсәк.

Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хәрби әҙерлек кимәле тикшерелә. Баш командующий, Владимир Путиндың бойороғо менән 14 июнь иртәһенән күнекмәләр үтә. Техниканы һәм ҡоралды һаҡлау шарттары, хәрби идара итеү органдары эшмәкәрлеге тикшерелә тип хәбәр иткән оборона министры Сергей Шойгу. Күнекмәләр 22 июнгә тиклем дауам итә.

ХХХ
НАТО-ның  күп милләтле дүрт батальонын Көнсығыш Европа илдәренә урынлаштырыу 2017 йылда башланыуы ихтимал. Был турала альянс етәкселегендәге сығанаҡтар хәбәр итә. Өҫтәлмә хәрби берәмектәрҙең милли составы һәм һаны тураһында һуңғы ҡарар НАТО ойошмаһының Варшавала үтәсәк саммитында билдәле буласаҡ. Күп милләтле батальондарҙы Балтик буйы илдәрендә һәм Польшала урынлаштырыу күҙаллана.

ХХХ
Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһында террор ғәмәле ойоштороусыларҙың Сүриә менән бәйләнештә булыуы ихтимап. Был турала илдең эске эштәр министры Ҡолмөхәмәт Ҡасымов белдергән. Ведомство етәксеһе тәфтишселәргә һылтанып, радикалдар террор ғәмәле алдынан фатирҙарҙың береһендә йыйылып әлегә билдәһеҙ ҡалған башлыҡтарының мөрәжәғәтен тыңлауы тураһында һөйләп үткән.

ХХХ
Рәсәйҙә тыйылған «Ислам дәүләте»  террор төркөмө  башлығы Абу Бакр Әл Бағдади үлтерелде. Был турала Британияның Дейли Мирор гәзите хәбәр иткән. Бағдади Ҡушма штаттар етәкләгән террорға ҡаршы коолицияның һауа һөжүме һөҙөмтәһендә юҡ ителгән. Шул уҡ ваҡытта мәғлүмәттең дөрөҫлөгә әлегә раҫланмаған.

ХХХ
УЕФА Рәсәй йыйылма командаһын Франциялағы ЕВРО-2016 турниры аҙағына тиклем шартлы рәүештә дисквалификацияланы һәм Рәсәй футбол союзына 150 мең евро штраф һалды. Рәсәй -Бөйөк Британия матчынан һуң Марселдә  фанаттар араһында бәрелештәр теркәлде. Тәртип боҙоуҙар ҡабатланған осраҡта ил йыйылма командаһы ЕВРОПА чемпионатынан бөтөнләй төшөп ҡалыуы ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика