ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 17.05.2016

Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәте һәм Үҙәк банк бюджетҡа өҫтәлмә баҫым яһамай ипотека ставкаларын кәметеү буйынса һөҙөмтәле саралар күрергә тейеш тип белдерҙе. Торлаҡ төҙөлөшө ҡеүәтен арттырыу өсөн иң мөһим сара -  кредитлау алымдарын камиллаштырыу, тине ил президенды бөгөн үткән  Дәүләт Советы ултырышында.

Рәсәйҙә һуңғы 60 йылда тәүге тапҡыр  круиз лайнеры төҙөлә башлаясаҡ. Был турала берләштерәлгән суднолар төҙөү корпорацияһы етәксеһе Алексей Рахманов хәбәр итте. Круиз лайнеры диңгеҙ киңлектәрендә пассажирҙар йөрөтөүгә тәғәйенләнгән.

ХХХ
Кәм тигәндә 11 кешенең ғүмере өҙөлдө, 5 мең кеше йортон ташлап китергә мәжбүр булды. Был Шри-ланка утрауындағы ҡойма ямғыр, һыу ташыуы һәм ер шыуыу кеүек тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһе. Халыҡты эвакуациялауға һәм ҡотҡарыу эштәренә ҡораллы көстәр йәлеп ителгән

ХХХ
Иран парламентарийҙары  Вашингтондың Иранға ҡаршы эшмәкәрлегенең хаҡын түләтергә иҫәп тота. Көнбайыш илдәренең сауҙа эмбаргоһы сәбәпле, был ил ҙур иҡтисади юғалтыуҙар кисерҙе. Таһранда әле күрелгән зыянды Ҡушма Штаттар иҫәбенә ҡаплау нигеҙен һалыусы закон проекты ҡарала. Ул раҫланған хәлдә, Иран Ҡушма Штаттарҙың банк иҫәптәрендә ҡалған аҡсаларҙы кире ҡайтарыуҙы талап итәсәк.

ХХХ
Халыҡ-ара валюта фонды Грецияның бурыстары өсөн түләүҙе 2040 йылға тиклем кисектереп тороу башланғысын  индерҙе. Европа берлеге илдәренә  тәҡдим ителгән планға ярашлы,  Греция алынған кредит һәм уларҙың проценттары буйынса бурысты 2040 йылда ғына ҡайтарып бирә башлаясаҡ, тип хәбәр итә рәсми сығанаҡтар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика