ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 05.05.2016

Федераль именлек хеҙмәте Мәскәүҙә террор ғәмәле ойошторорға йыйынған 12 мигранты ҡулға алған. Улар Еңеү көнөндә «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыусыларға һөжүм итергә тейеш булған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡулға алыныусыларҙың социаль селтәрҙәр аша Сүриә менән Төркилә йәшәүсе яҡташтары менән аралашыуы билдәле. Шулай уҡ уларҙан тартып алынған ҡоралдарҙың Украинан килтерелеүе ихтимал.

Бөгөн Сүриәнең Пальмира ҡалаһында  мәҙәниәт министры Владимир Мединский етәкселегендә Рәсәй Хөкүмәте делегацияһы булып китте. Улар ЮНЕСКО ойошмаһына ҡараған башҡа илдәр менән берлектә Ислам дәүләте боевиктары тарафынан емерелгән  һәйкәлдәрҙе тергеҙергә ниәтләй.  Бынан тыш бөгөн ҡалала Мариин театрының симфоник оркестры  концерт менән сығыш яһай.

ХХХ
Американың хәрби техникаһы берлектәге  уҡыуҙарҙа ҡатнашыу өсөн Грузияға килтерелде. Күләмле  йыйын Тбилиси янындағы хәрби базаларҙың береһендә 11-се майҙа башлана. Унда барлығы бер мең өс йөҙ самаһы кеше ҡатнашыр тип көтөлә. Бындай уҡыуҙар Грузияла икенсе тапҡыр ойошторола. Ул урындағы хәрбиҙәрҙең НАТО көстәрендә әҙерлек кимәлен үҫтереүгә йүнәлтелгән.  

ХХХ
Мәскәүҙә Еңеү парадының һауалағы беренсе репетицияһы үтте.  Мөһим сараға әҙерлек барышында илдең һауа-хәрби көстәренең 71 самолеты һәм вертолеты йәлеп ителде. Парадҡа килеүселәр быйыл беренсе тапҡыр яңы ИЛ-76 хәрби-транспорт самолетын күрә аласаҡ. Авиация ҡатнашлығындағы икенсе репитиция 7-се майға тәғәйенләнгән.

ХХХ
«Формула-1» пилоты Даниил Квят Toro Rosso командаһына кире ҡайта.  Ә инде яҡташыбыҙҙың урынына Голландиянан Макс Ферстаппен күсә. Ошо  туралағы ҡарарҙы Red Bull етәкселеге ҡабул итте. Бындай аҙымға барыуҙы улар Рәсәй пилотының Сочиҙа үткән һуңғы Гран-приҙа уңышһыҙ сығыш яһауы менән аңлатҡан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Даниил Квят финишҡа 15-се булып ҡына килде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика