ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 17.03.2016

Бөгөн Тула өлкәһенең Плеханово ҡасабаһында урындағы сиған диаспораһы вәкилдәре  газ селтәрен хеҙмәтләндереүселәргә һөжүм иткән. Асыҡланыуынса, улар йорттарын зәңгәр яғыулыҡҡа законһыҙ тоташтырған. Газүткәргестәге етешһеҙлектәрҙе ремонтлаусыларға таш һәм күҫәк менән ҡораллаған бер төркөм кешеләр ҡаршы сыҡҡан. Низағ тәртип һаҡлау органдары ярҙамында хәл ителгән.

Дағстандың Хасавюрт районында бөгөн Рәсәйҙә тыйылған Ислам дәүләте террор төркөмө менән бәйле өс кеше ҡулға алынды тип хәбәр итә Террорға ҡаршы милли комитеттың матбуғат хеҙмәте.  Улар ғәйебен танып, йәшерелгән шартлатҡыстар тураһында ла хәбәр иткән, тип билдәләнә мәғлүмәттә.

ХХХ
Германия Төркиәнең баш ҡалаһы Анкаралағы илселеге менән Истабулдағы консуллығының эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатты. Был турала илдең сит ил эштәре  министрлығы сығанаҡтарына һылтанып, Дейтче велле телеканалы хәбәр итә. Мәжбүри  сара дипломаттарға ҡаршы террор ғәмәле ҡурҡынысы менән бәйле тип аңлатма биргән тышҡы ведомство вәкиле.

ХХХ
Сүриәнең төньяҡ өлөшөн контролдә тотоусы курдтар федератив төбәк ойоштороуҙары тураһында белдерҙе, тип хәбәр итә Ассошейтед -пресс мәғлүмәт агентлығы. Федератив төбәк ойошторолоуын Ираҡ Курдистаны вәкилдәре лә хуплап сығыш яһаған. Ваҡиғаға аңлатма биреп Рәсәй президенты матбуғат секретары Дмитрий Песков Сүриә курдттарының мәсьәләһен көйләү, тотошлайға Сүриәнең эске мәсьәләһе, уны урындағы халыҡ  хәл итергә тейеш. Беҙҙең өсөн иң мөһиме илдең бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыу тип белдерҙе.

ХХХ
Коко Шанель икенсе донъя һуғышы мәлендә нацистар менән хеҙмәттәшлек итеүҙә ғәйепләнә. Францияның юғары мода йорттарының береһенә нигеҙ һалыусы, билдәле модельер фашист Германияһы разведкаһы абверҙың агенты булыуын дәллиләүсе йәшерен архив документтары асыҡланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку