ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 04.04.2016

Кузбасс башлығы Аман Тулеев эре бизнес вәкилдәрен илдең күмер сәнәғәтенә баҫым яһарға  теләүҙә ғәйепләне. 2015 йыл аҙағында Париж ҡалаһында БМО ның климат  конференцияһында Рәсәйҙән билдәле эшҡыуар Олег Дерипаска ла сығыш яһаны. Йүнсел глобаль углерод һалымын индереү тәҡдиме әйтте. Аман Тулеев  был ҡарар күмер сәнәғәте үҫешен тотҡарлаясаҡ тигән ҡараш белдерҙе.

Рәсәй ғалимдары иретеп йәбештереүҙең яңы ысулын уйлап тапты. Ул машиналар эшләү сәнәғәтендә төрлө металл һәм материалдарҙы бер-береһенә йәбештереү мөмкинлеген бирә. Алдынғы технологияларға нигеҙләнеүгә ҡарамаҫтан, был ысул ҙур сығымдар талап итмәй ти белгестәр.

ХХХ
Илебеҙ саперҙарының тәүге төркөмө боронғо Пальмира ҡалаһын ярылмаған бомба һәм миналарҙан таҙартыу операцияһына ҡушылды. Бөгөн Рәсәй хәрбиҙәре  боронғо ҡалаға илткән юлда шартлатҡыстарҙы зарарһыҙландырҙы.

ХХХ
Колумбияла тоннанан ашыу кокаин ҡулға алынды. Бындай ҙур күләмдә тилерткес матдәләргә  илдең ҡораллы көстәре Тымыҡ океан ярындағы биләмәләрҙә махсус операция барышында юлыҡты. Наркотиктарҙың хаҡы яҡынса  32 миллион доллар кимәлендә баһалана.

ХХХ
Европа берлеге менән төркиә тәүге тапҡыр законһыҙ мигранттар төркөмөн Сүриә ҡасаҡтарына алмаштырҙы. Был турала килешеү 20 мартта ғәмәлгә инде. Бөгөн европаға һыйынырға ғариза биреүҙән баш тартыусыларҙың тәүге төркөмө Греция утрауҙарынан  Төркиәгә ҡайтарылды. Сүриәнән рәсмиләштерелгән ҡасаҡтар европа берлеге илдәренә оҙатылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика