ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 04.03.2016

Тиҙҙән Владимир Чуровтың Үҙәк һайлау комиссияһынан китеүе тәбиғи күренеш, яңы исемлеккә төрлө ҡарашлы кешеләр индерелде. Был турала  ил президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдерҙе. Комиссияның яңы  ағзалары араһында ни өсөн Владимир Чуров юҡ тигән һорауға, был ил башлығының ҡарары, етәкселәрҙең алмашыныуы тәбиғи күренеш тип аңлатма бирҙе.

Владимир өлкәһендә Эске эштәр министрлығына ҡараған вертолет ҡолап төштө. Уның ике пассажиры һәләк булған, тағы ла  икәүһе йәрәхәтләнгән,  тип хәбәр итә ИТАР-ТАСС агентлығы.Тәртип  һаҡлау органдары вәкилдәре һауанан енәйәт урынын тикшергә сыҡҡан булған.  

ХХХ
Рәсәй, Германия, Украина һәм Франция сит ил эштәре министрҙары Донбасста урындағы һайлауҙар үткәреү буйынса уртаҡ фекергә килә алманы. Халыҡ-ара рәсми телмәрҙә «Нормандия дүртлеһе» тип аталған форматта тышҡы ведомство   етәкселәренең һөйләшеүҙәр бөгөн уҙҙы.  Министрҙар Минск төркөмө ҡарарҙарын теүәл үтәүҙең мөһимлеген билдәләне.

ХХХ
Афғанстанда террорға ҡаршы операция барышында 20-нән ашыу экстремист юҡ ителде. Мәғлүмәттәргә ярашлы, террорсылар төпләнгән бер нисә төбәк утҡа тотолдо. Иң ҡаты бәрелеш Нангархар провинцияһында теркәлде. Бер ай самаһы элек , Пакстан сигендә урынлашҡан базала Рәсәйҙә тыйылған ислам дәүләте төркөмөнә ҡараған радиостанция ла юҡ ителгәйне.

ХХХ
Германияла Рәсәйҙә тыйылған ислам Дәүләте теркөмө ағзаһы 4 йыл ярымға иркенән мәхрүм ителде. Енәйәт эше Дюссельдорф ере юғары судында бөгөн ҡаралды. Тикшереү барышында Нильс исемле 25 йәшлек егет, Сүриәлә террорсыларҙың махсус отряды ағзаһы булыуы асыҡланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку