ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 15.06.2016

Президент Владимир Путин ил хөкүмәтенә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар өсөн компенсация фонды булдырыу тураһында күрһәтмә бирҙе. Документҡа ярашлы, уны 1 декабргә тиклем ойоштороу күҙаллана. Яңы фонд өлөшләтә төҙөлөш алып барыусы ойошмалар аҡсаһына төҙөлә. Маҡсат - килешеү шарттары үтәлмәгән хәлдә граждандарҙың зыян күләмен ҡаплау. Президент күрһәтмәһе Кремлдең рәсми сайтына урынлаштырылған.

Федерация Советы Юрий Чайканы киләһе биш йыллыҡҡа Рәсәйҙең генераль прокуроры  итеп тәғәйенләү тураһындағы  ҡарарҙы раҫланы. Сенаторҙар бер тауыштан уның кандидатураһын хупланы. Юрий Чайка прокуратураны 2006 йылдан етәкләй. Бөгөн ул өсөнсө мөҙҙәткә тәғәйенләнде.

хххх
Рәсәй Армияһының әҙерлек кимәлен кинәт тикшереү хәрби күнекмәләр үткәреү ваҡытында мәғлүмәт менән алмашыу тураһындағы килешеүҙе тулы кимәлдә үтәргә мөмкинлек бирмәй. Был турала НАТО ойошмаһының генераль секретары Йен Столтенбер белдергән. Альянс вәкилдәре Венала ҡул ҡуйылған килешеүгә һылтана. Улар фекеренсә, ҡораллы көстәрҙә кинәт тикшереү иғлан итеү асыҡлыҡ төшөнсәһенә ҡаршы килә. Рәсәй Ҡораллы көстәрендә күнекмәләр 22 июнгә тиклем дауам итә.

ххх
Үзбәкстан күршеләре өсөн ишеген бикләне. Бөгөндән башлап 25 июнгә тиклем Ҡырғыҙстан,Тажикстан, Ҡаҙағстан һәм Төркмәнстан сиге аша илгә үтеп инеү ваҡытлыса ябылды. Рәсми Ташкент был аҙымды именлек саралары менән аңлата. Киләһе аҙнала урта Азияның был илендә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән дәүләт башлыҡтарының сираттағы саммиты уҙа.

ххх
Археологтар Камбоджаның Ангкор Ват ҡорам комплексы янында быға тиклем фәнгә билдәле булмаған ҡаланы асыҡлаған. Ул джунглиҙар эсендә урынлашҡан. Һауанан лазер сканеры менән үткәндән һуң ғалимдар ҡуйы урман араһында күп һанлы ҡоролмалар булыуын асыҡлаған. Уларҙың йәше 900-ҙән  1400 йыллыҡ булыуы ихтимал, тип хәбәр итә Бөйөк Британияның Гардиан гәзите.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика