ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 11.04.2016

Бөгөн иртән Ставрополь крайындағы эске эштәр бүлегенә һөжүм итергә маташҡан мәлдә өс боевик юҡ ителгән. Уларҙың икәүһе полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан, өсөнсөһө үҙен-үҙе шартлатҡан. Ғәҙәттән тыш хәл урынында әле криминалистар эшләй. Уларға ярҙамға Мәскәүҙән үҙәк аппарат вәкилдәре лә килгән. Төбәк властары барлыҡ социаль учреждениеларҙы ла тәүлек әйләнәһенә һаҡ аҫтына алырға ҡушҡан.  

Уҙған ял көндәрендә Рәсәйҙә урман янғындары теркәлгән. Красноярск крайында ут ике гектар майҙанды ялмап алған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, янғын кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүенән таралған. Бынан тыш, Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә лә бер тәүлек эсендә 20-ләп урында янғын һүндерелгән. Шуға ҡарамаҫтан әле Амур өлкәһендә - 5, Приморьела 4 урында ут менән көрәшәләр.  

ХХХ
Киләһе йылдың ғинуарынан Белоруссияла пенсия йәше арта башлаясаҡ. Ошо хаҡтағы указға ил президенты Александр Лукашенко ҡул ҡуйған. Документҡа ярашлы,  пенсия йәше ярты йыл һайын үҙгәреп, 2020 йылға ул ир-аттар өсөн 63, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 58 йәш буласаҡ. Хаҡлы ялға сығыу ваҡытын оҙайтыуҙы Белоруссия белгестәре илдәге иҡтисади шарттарға бәйләй.  

ХХХ
Татарстандың Миңзәлә районында 91 йәшлек Павел Клетнев парашют менән һикергән. Павел Кузьмич сираттағы  батырлығын Бөйөк Еңеүгә бағышлаған.  Былтыр ошо уҡ  ветеран инструктор менән парлашып  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы һәм Һауа десант ғәскәрҙәренең 85 йыллығы уңайынан дүрт мең метр бейеклектән һикергән  булған. Бындай аҙымға барыуын  ул  йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә бирергә тырышыуы менән аңлатҡан.  

ХХХ
«Барселона» клубы футболсыһы Лионель Месси былтыр иң юғары хеҙмәт хаҡы алған. Иҫәпләүҙәр буйынса, Аргентина легионерына 74 миллион евро түләнгән. Бер йыл эсендә уның табышы 9 миллион евроға артҡан.  Икенсе баҫҡыста иһә 67 миллион евро менән Криштиан Роналду килә. Өсөнсө урынды 43 миллион евро алып  Бразиялиянан Неймар да Силва биләй.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика