ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 10.03.2016

Ингушетияла битлек кейгән кешеләр хәбәрселәрҙе  туҡмап,  уларҙың автобусына ут төрткән. Һөҙөмтәлә һигеҙ журналист, шул иҫәптән  Норвегия менән Швеция вәкилдәре зыян күргән. Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса, ғәйеплеләрҙе эҙләүгә урындағы полиция хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән, федераль  көстәр ҙә йәлеп ителгән. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Уҙған төндә Рәсәйҙең Киевтағы илселегенә һөжүм иткәндәр. Бер төркөм йәштәр бинаны шартлатырға ниәтләгән. Молотов коктейлдары ташлаусы әҙәмдәр  шунда уҡ  ҡулға алынған. Улар был ҡылығын Рәсәйҙә хөкөмгә тарттырылған  Надежда Савченконы яҡлап сығыш яһау тип аңлатҡан.  

ХХХ
Төркиә шағиры Хөсәйен Хәйҙәр  бәреп төшөрөлгән  самолет өсөн Рәсәйҙән ғәфү үтенгән. Шиғырында ул һәләк булған летчик Олег Пешковтың әсәһенең ҡайғыһын да уртаҡлаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Су-24 самолеты былтыр ноябрҙә Төркиә истребителе тарафынан фажиғәгә тарығайны. Ул ваҡытта Анкара беҙҙең осоусыларҙы һауа сиген боҙоуҙа ғәйепләне. Низағ һөҙөмтәһендә Рәсәй етәкселеге Төркиәгә ҡарата санкциялар ҡабул итте.

ХХХ
Сингапур өсөнсө йыл рәттән йәшәү өсөн донъялағы иң ҡиммәтле ҡала тип танылған. Был фекергә аналитиктар тәҡдим ителгән 160 тауар һәм хеҙмәт хаҡтарын өйрәнгәндән һуң килгән. Атап әйткәндә, аҙыҡ-түлек, кейем, транспорт сығымдары, йорт, мәктәп һәм балалар баҡсалары өсөн түләүҙәр күҙ уңында тотолған. Иң ҡиммәтле ҡалалар исемлегендә икенсе, өсөнсө  урындарҙы  Цюрих менән Гонконг биләй.

ХХХ
Яңы Зеландияла альпинизм буйынса спорт мастеры Минғәлим Сибаевтың ғүмере өҙөлгән. Был турала Рәсәйҙең альпинизм федерацияһы хәбәр итә. Мәғлүм булыуынса, Силәбе өлкәһе спортсыһы диңгеҙ төбөнә төшкән дуҫын ҡотҡарырға маташҡан. Әммә осраҡ фажиғәле тамамлана. Уларҙың кәүҙәләрен ҡотҡарыусылар бер тәүлектән һуң ғына сығара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку