ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 31.05.2016

Кемеров өлкәһе Междуреченск ҡалаһында күп фатирлы йортта подъезд ишелде. Яҡынса мәғлүмәткә ярашлы, ҡаза һөҙөмтәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлгән, өс  кеше йәрәхәтләнгән. Беренсе ҡатта урынлашҡан сауҙа ойошмаһы төҙөкләндерелгән, ундағы эштәр барышында  хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре теүәл үтәлмәүе ғәҙәттән тыш хәлгә сәбәбсе булыуы ихтимал тип фаразлай белгестәр. Әле ваҡиға урынында тикшереү бара, енәйәт эше асылған.

Рәсәй өсөн көнбайыш санкцияларын ғәмәлдән сығарыу мәсьәләһе бөтөнләй көнүҙәклеген юғалтты. Был турала илдең сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдерҙе. Тышҡы ведомство етәксеһе фекеренсә, сикләүҙәр Рәсәй халҡын берләштерҙе, иҡтисад яңыса үҫешеү өсөн этәргес алды, импортҡа бәйлелек кәмей.

ХХХ
НАТО ойошмаһына ингән Европа илдәре 10 йылда тәүге тапҡыр оборона өсөн сығымдарҙы арттыра. Был турала альянстың генераль секретары Йен Столтенберг Файнейшел Таймс  гәзитенә биргән интервьюһында белдергән. Уның фекеренсә, һуңғы осорҙа хеүефһеҙлек мәсьәләһе киҫкенләшә бара. Сағыштырыу өсөн 2015 йылда НАТО ойошмаһына ингән Европа илдәре оборонаға 253 миллиард доллар тотонған, Ҡушма Штаттар иһә 618 миллиард долларҙы Ҡораллы көстәр өсөн бүлгән.

ХХХ
Талибан экстремистары Афғанстанда аманатҡа алынған 10 кешене атып үлтереүҙәре ихтимал. Был турала урындағы именлек көстәре хәбәр итә. Ҡундуз провинцияһында радикаль ойошма ағзалары 192 кешене аманатҡа алғайны. Әлегә уларҙың 18-ҙе террорсылар ҡулында ҡала.

ХХХ
Франция тимер юлсылары мөҙҙәтһеҙ забастовкаға ҡушыла. Улар ҙа хеҙмәт ҡануниәтендәге үҙгәрештәр менән килешмәүен белдерә. Ризаһыҙлыҡ акцияһы һөҙөмтәһендә пассажир һәм ҡала яны поездары теҙмәһендә шаҡтай үҙгәрештәр күҙәтеләсәк тип хәбәр итә Франс-пресс агентлығы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика