ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 06.07.2016

Японияның Нагасаки ҡалаһында туҡтауһыҙ яуып торған ямғырҙар   ерҙең ишелеүенә килтергән. Шунлыҡтан урындағы властарға ике тиҫтәнән ашыу йортта йәшәүселәрҙе хәүефһеҙ урындарға күсерергә тура килгән. Әммә ҡотҡарыусылар 70 йәшлек иргә ярҙам ҡулы һуҙып өлгөрмәй. Ул йәшәгән йорт яҡынса ете метр бейеклектән ҡолап, аҫтағы өйҙәргә зыян килтерә. Пенсионер үҙе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре бөгөн иртән Новокузнецкиҙа теркәлгән юл-транспорт фажиғәһе буйынса мәғлүмәттәр йыя. Ҡаланың үҙәк проспектарының береһендә теркәлгән аварияла биш кеше зыян күрҙе. Төбәктең эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 28 йәшлек «Ниссан» водителе светофорҙың ҡыҙыл уты янып тороуға ҡарамаҫтан йәйәүлеләр өҫтөнә барып менә. Тикшереү барышында водителдең өйәнәк менән яфаланыуы асыҡланған.  

ХХХ
Киевта йәшәүселәр тарифтарҙың артыуына ҡаршылыҡ белдереп ризаһыҙлыҡ акцияһына сыҡҡан. Митингта 20 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. Улар ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтеп, үҙ хоҡуҡтарын министрҙар кабинеты һәм Рада депутаттары алдында яҡларға тырышҡан. Акцияла сығыш яһаусылар газға һәм һыуға хаҡтарҙы кәметеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәренә нигеҙле тарифтар билдәләүҙе талап итә.  

ХХХ
Швейцария сигендә илгә законһыҙ инергә маташҡан мигрант ҡулға алынған. Бының өсөн 21 йәшлек Африка вәкиле  дуҫының сумаҙынана инеп йәшенгән.  Италиянан килгән йөктәрҙе тикшергән ваҡытта таможня хеҙмәткәрҙәре  сәйер сумкаға иғтибар итә. Тикшереү барышында уның эсендә бер ниндәй документтары булмаған  Эритрея кешеһе ятыуы асыҡлана.  

ХХХ
Билдәле футболсы Лионель Месси менән уның атаһы 21 айға иркенән мәрхүм ителде. Испания суды ҡарары менән бөгөн улар урындағы бюджетҡа ҙур суммала һалым түләмәүҙә ғәйепле тип танылды. Суд шулай уҡ ғаиләгә 3 миллион ярым евро күләмендә штраф һалған. Каталония ҡануниәтенә ярашлы, ике йылдан артмаған осраҡта хөкөм ҡарары шартлы язаға үҙгәртелеүе ихтимал. Шуға ла "Барселона" клубы футболсыһыҙ ҡалмаясаҡ, ти белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика