ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 30.05.2016

Рәсәйгә Еврокомиссия башлығы Жан-клод Юнкерҙың килеүе көтөлә. 16 июнь Санкт-Петербургта үтәсәк халыҡ-ара иҡтисад форумында уның Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуы планлаштырылған. Көн тәртибенә Европа менән Евразия иҡтисади берлектәре араһында хеҙмәттәшлекте яйға һалыу мәсьәләһе сығарылған.

Ил хөкүмәте хәүефле идара итеү төшөнсәһен раҫланы. Уға нигеҙләнеп, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелә. Премьер-министр Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған күрһәтмәгә ярашлы, махсус транспортҡа юл бирмәү, уҙыуға ҡамасаулау, дистанцияны һаҡламау хәүефле идара итеү тип танылған.

ХХХ
Эшсе төркөм Рәсәй менән Төркиә араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләй алмаясаҡ. Рәсми Анкара тәү сиратта  ғәфү үтенергә һәм бәреп төшөрөлгән самолет өсөн матди зыянды ҡапларға тейеш. Президент Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков, Төркиә сит ил эштәре министры Мәүлит Чаушоглунуң  ике аралағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн эшсе төркөм ойоштороу кәрәклеге тураһында фекерҙәренә Рәсәй етәкселеге шулай тип яуаплаған.

ХХХ
Юлия Тимошенко Украина Президенты Петр Порошенко һәм  Премьер-министр Владимир Гройсманды Халыҡ-ара валюта фонды менән йәшерен килешеү төҙөүҙә ғәйепләне. Документ ер һатыуға мараторийҙы ғәмәлдән сығарыу, халыҡҡа электр энергияһы һәм газға хаҡтарҙы арттырыу һәм бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең пенсияға сығыу йәшен күтәреүҙе күҙаллай. Документ киң йәмәғәтселек алдында тикшерелмәне, йәшерен рәүештә раҫланды тип билдәләгән Батьковщина партияһы вәкиле.

ХХХ
Германияның көньяғында һыу ташыу һәм көслө дауыл арҡаһында кәм тигәндә өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Был турала илдең киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә. Зыян күргән биләмәләрҙә  тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен бөтөрөүгә 150 ҡотҡарыусы һәм «Ҡыҙыл тәре» йәмғиәте хеҙмәткәре йәлеп ителгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика