ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 22.03.2016

Глобаль селтәрҙә Дондағы Ростов ҡалаһы аэропорты янында һәләкәткә тарыған  «Бонг»тың авария мәле төшөрөлгән яңы видеояҙма барлыҡҡа килде. Унда самолеттың ергә ҡаҙалыуы һәм көслө шартлау күренә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ Дондағы Ростовта Флай Дубай авиакомпанияһына ҡараған авиалайнер ҡолап төштө, һәләкәттә 62 кешенең ғүмере өҙөлдө. Әле ҡара ҡумталар табылған, уларҙы тикшереү бара.

Владимир Путин Брюсселдәге шартлауҙарҙа ябай кешеләрҙең ғүмере өҙөлөүе сәбәпле, Бельгия  короле Филипптың ҡайғыһын уртаҡлашты. Президент террор ғәмәлен енәйәт тип атап, был вәхшилектең сиктәр танымауын белдерҙе. Уның фекеренсә, донъя  илдәре уға ҡаршы берлектә көрәшергә тейеш.

ХХХ
Брюссель аэропорты һәм метроһында шартлау һөҙөмтәһендә 35 кешенең ғүмере өҙөлдө. Европаның барлыҡ илдәрендә лә әле террорға ҡаршы саралар көсәйтелә. Шартлау өсөн яуаплылыҡты Рәсәйҙә тыйылған Ислам дәүләте террор төркөмө үҙ өҫтөнә алды.

ХХХ
Брюсселдәге террор ғәмәле һөҙөмтәһендә Украинаның Европа берлеге менән визаһыҙ мөнәсәбәткә күсеү ниәте хыял ғына булып ҡалыуы ихтимал. Белгестәр фекеренсә, Киев аша көнбайышҡа законһыҙ мигранттар үтеп инә. Хәүефһеҙлек мәсьәләһе киҫкенләшкән  осорҙа Европа берлегенә Украина менән визаһыҙ мөнәсәбәт режимына күсеүҙе бөтөнләй онотоп торорға тура киләсәк тип иҫәпләй белгестәр.

ХХХ
Индонезияның  меңәрләгән таксисы  Юбер системаһына ризаһыҙлыҡ белдереп, Джакарта урамдарына  сыҡты. Водителдәргә атап үтелгән хеҙмәттәрҙе эҙләү, саҡырыу һәм түләү системаһы уларҙың табыш күләменә ҙур зарар килтергән. Такси хеҙмәттәренә урындағы  транспорт саралары хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика