ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 29.02.2016

Мәскәүҙә 4 йәшлек ҡыҙҙың үлем осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Фажиғәлә Урта Азия илдәренең береһенән килгән 1977 йылғы ҡатын ғәйепләнә. Ике йыл элек ул ғаиләгә бала ҡараусы булып эшкә урынлашҡан булған. Әммә билдәһеҙ сәбәп менән ҡатын сабыйҙы үлтереп, фатирға ут төртөп ҡаса. Ғәйепләнеүсе бөгөн ҡулға алынған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уның наркоман булыуы ихтимал.  

Леонардо Ди Каприо Американың киноматография сәнғәте һәм фән академияһы призы – «Оскар»ға лайыҡ булды. 41 йәшлек актер «Иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһында еңеү яулай. Әйтергә кәрәк, Ди Каприоға уңыш алтынсы тапҡырҙан ғына йылмая. Ә инде «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында абруйлы кинопремия 26 йәшлек Бри Ларсонға тапшырыла.

ХХХ
Төркмәнстан Президенты яҡынлашып килгән 8 март байрамы уңайынан барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы аҡсалата бүләкләү тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйған.  Документҡа ярашлы, илдә йәшәүсе гүзәл заттар дәүләт башлығы исеменән 40 манат, йәғни беҙҙең аҡса менән 834 һум аласаҡ.

ХХХ
«Себер» хоккейсылары 6 сәғәт самаһы йылытылмаған самолет эсендә ултырырға мәжбүр булған. «Адмирал» клубына ҡаршы кисәге уйындан һуң Новосибирск командаһы Владивосток аэропортына  юллана. Бортҡа инеп ултырғас, самолеттың ҡабыҙыу ҡоролмаһы ватыҡ булыуы асыҡлана. Шулай итеп команда 12 сәғәттән һуң ғына Новосибирскиға килеп төшә. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика