ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 03.03.2016

Бөгөн Рәсәй Президенты «Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары» тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, уның составына Александр Кинев, Василий Лихачев, Элла Панфилова, Евгений Шевченко һәм Борис Эбзеев индерелгән. Үҙәк һайлау комиссияһының әлеге рәйесе Владимир Чуров исемлектә юҡ.

Рәсәй Ҡушма Штаттар һәм Европа берлеге менән мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштереүгә ынтылмай. Был турала сит ил эштәре министры Сергей Лавров «Глобаль сәйәсәттә Рәсәй» журналына биргән интервьюһында белдерҙе. Барыһының да яҡты киләсәген тәьмин итеү өсөн ике яҡлы диалог бик әһәмиәтле тип билдәләгән ведомство етәксеһе.

ХХХ
Ҡушма Штаттарҙа супершишәмбе йомғаҡтары  иғлан ителде. Праймериздар һөҙөмтәһендә республикандарҙан Дональд Трамп, ә демократтарҙан Хиллари Клинтон еңеп сыҡты. Партиялар эсендәге алдан тауыш биреүҙәр тамамланғандан һуң илдә Президент һайлауҙары кандидаттары исемлеге раҫлана.

ХХХ
Истамбулда билдәһеҙ кешеләр полиция участкаһына һөжүм иткән. Был турала Төркиә телевидениеһы хәбәр итә. Мәғлүмәткә ярашлы, билдәһеҙ кешеләр тәртип һаҡсылары урынлашҡан бинаға граната ырғытҡан. Үлем һәм йәрәхәтләнеү осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй.

ХХХ
Сүриә хәрбиә һауа көстәре  Ираҡ сигендәге Бу-кемаль ҡалаһында Рәсәйҙә тыйылған ислам дәүләте төркөмө базаһын утҡа тотҡан. Һөҙөмтәлә террорсыларҙың штабы юҡ ителгән тип хәбәр итә «Әл-Манар» телестанцияһы. Дөмөктөрөлгәндәр исемлегендә «Ислам дәүләте» террор ойошмаһы  менән етәкселек итеүселәрҙең береһе Мадлюлла әр-рабиа ла бар тип билдәләнә мәғлүмәттә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика