ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 30.03.2016

Приморье крайы Черниговка ауылы янында бөгөн күнекмәләр яһаусы СУ-25 хәрби самолеты ҡолап төштө. Пилот катапульт менән файҙаланып өлгөргән. Зыян күреүселәр юҡ.

Федерация Советы  алкоголь тауарҙарына акциздар билдәләү тураһындағы законды раҫланы. Яңы ҡануниәттә  һатып алынған тауарҙы кире ҡайтарыу осрағында һалым базаһында кәметеп күрһәтеү мөмкинлеген сикләнә.

ХХХ
«Оборонсервис» эшендә төп ғәйепләнеүсе Евгения Васильеваға мөлкәтенең бер өлөшө кире ҡайтарыла. Ханымдың  банк иҫәбендәге  325 миллион һум аҡсаһы һәм Мәскәүҙең Молочный тыҡрығындағы фатирынан арест алынған.

ХХХ
Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев Еврокомиссия рәйесе Жан Клод Юнкер менән осрашыу барышында Рәсәйгә ҡаршы индерелгән сакнцияларҙың ике яҡлы мөнәсәбәттәр үҫешен тотҡарлауын билдәләне. Нурсолтан Әбеш улы фекеренсә, сикләүҙәр Европа берлеге, Рәсәй менән Ҡаҙағстан мәнфәғәттәренә тура килмәй.

ХХХ
Франция полицияһы Париждың 19 округында урынлашҡан рөхсәтһеҙ ҡасаҡ лагерын туҙҙырҙы. Сатырҙарҙа Судан, Эритре, Афғанстандан бер нисә йөҙ мигрант һыйынған булған. Власть вәкилдәре ҡасаҡтарҙы махсус әҙерләнгән лагерҙарға күсерергә иҫәп тота.

ХХХ
Индонезияла Рәсәй турисын крокодил өҙгөләгән. Уның кәүҙәһе Дайвинг менән шөғөлләнеүселәрҙең яратҡан урыны  Раджа Ампат утрауында манго урмандары янында табылған. Мәғлүмәтте бөгөн Рәсәй илселеге лә раҫланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика