ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 02.03.2016

Пенза өлкәһендә теркәлгән юл-транспорт фажиғәһе буйынса ике енәйәт эше ҡуҙғатылған.  Бөгөн көндөҙ М-5 трассаһында «Мерседес» микроавтобусы менән йөк автомобиле бәрелешеүе һөҙөмтәһендә туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлдө. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, тәҙрәнән сығып осҡан 4 йәшлек бала менән автобус водителе тере ҡала. Ғәҙәттән тыш хәл урынында әле махсус комиссия эшләй.  

Мәскәүҙә яуған көслө ҡар бөгөн иртән юлдарҙа транспорт хәрәкәтен тулыһынса тиерлек туҡтатҡан. «Яндекс. Юл тығындары» сервисы мәғлүмәттәренә ярашлы, сәғәт һигеҙҙә урамдарҙағы көсөргәнеш туғыҙ балл менән баһаланған. Аэропорттарҙа ла ҡатмарлы хәл килеп тыуған.  Йөҙҙән ашыу самолет рейстан алынған йәки ваҡытлыса  кисектерелгән.  

ХХХ
Нобель комитеты ағзалары ҡатмарлы һынау алдында ҡалған. Сөнки быйыл абруйлы премияға ғәҙәттәгенән ике тапҡырға күберәк кандидат  дәғүә итә. Әлегә билдәле булыуынса, Нобель премияһын Рәсәйҙә тыйылған «Ислам дәүләте» террорсылар ойошмаһы ҡорбандарына, Рим католик сәркәүе вәкиленә һәм Афғанстандың велосипед буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһына тапшырырға тигән тәҡдимдәр өҫтөнлөк итә.

ХХХ    
СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы президенты Михаил Горбачев бөгөн 85 йәшлек юбилейын билдәләй. Совет лидерын тыуған көнө менән  Рәсәй башлығы Владимир Путин да тәбрикләне. Һуңғы йылдарҙа Михаил Сергеевич мәрхәмәтлек менән әүҙем шөғөлләнә. Күптән түгел ул тормош иптәшенең яҡты иҫтәлегенә ауырыу балаларға ярҙамға 100 мең фунт тапшырған. Был сығымдар Санкт- Петербургтағы Раиса Горбачева исемендәге балалар гематологияһы һәм транслантологияһы институтына һәм Лондондағы балалар дауаханаһына йүнәлтеләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку