ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 01.04.2016

Рәсәй Президенты 2016-2017 йылдарға иҫәпләнгән коррупцияғы ҡаршымилли планды раҫланы. Был туралағы указ бөгөн дәүләт башлығығының рәсми сайтында урынлаштырылды. Документта ил хөкүмәтенә Президент советы президиумы ултырышына тиклем федераль власть органдарында коррупцияға ҡаршы күрелгән саралар тураһында мәғлүмәт әҙерләү йөкмәтелә.

Рустуризм быйыл эске туризмдың 3 миллион ярым сәйәхәткә артыуын күҙаллай. Әммә мөмкинлектәр сикле тип билдәләгән федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Сафронов. Уның фекеренсә Краснодар крайы һәм Ҡырым пляждары турист ағымына әҙер түгел. Шуға ла киләһе миҙгелдә халыҡтың ялын ойоштроу мөһим тип билдәләгән етәксе.

ХХХ
Грецияның Хиос утрауында урынлашҡан ҡасаҡ лагерында Афғанстан менән Сүриә мигранттары араһында ҡанлы бәрелеш. Ауыр тән  йәрәхәттәре менән кәм тигәндә  5 кеше  дауаханаға оҙатылды тип хәбәр итә Ассошейтед пресс агентлығы. Хиос утрауы һуңғы осорҙа Эгей һәм Урта диңгеҙҙәре аша  Яҡын көнсығыш һәм Азия илдәренән килеүсе законһыҙ мигранттар төпләнгән урынға әйләнде.  


ХХХ
Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала «Абу даби»  плаза күп функциялы комплексында янғын сыҡты. Бейеклеге 382 метрға еткән бинала әле төҙөлөш эштәре дауам итә. Яҡынса мәғлүмәткә ярашлы ут сығыу сәбәбе электр линияһындағы ҡыҫҡа ялғаныш менән бәйле.

ХХХ
Мысырҙа археологтар яҡынса 3 мең 400 йыллыҡ некрополгә юлыҡты. Ул боронғо таш сығарыу карьеры янында урынлашҡан. Был ерҙә Хену тип аталған юғары мәҙәниәтле ҡала булған тип фаразлана. Ҡаҙыныу эштәре барышында йөҙәрләгән артефакт табылған. Әле уларҙы өйрәнеү эштәре бара.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика