ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 07.06.2016

Истамбул үҙәгендә автобус шартлау һөҙөмтәһендә 11 кешенең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың етәүһе полиция хеҙмәткәре. Бынан тыш, тағы ла 36 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, террорсылар хоҡуҡ һағында тороусыларҙы юҡ итергә ниәтләгән. Әйтергә кәрәк, был район туристарҙа ҙур ихтыяж менән файҙаланған булған. Әлегә ҡорбандар араһында Рәсәй граждандары теркәлмәгән.  

Испаниялағы яхталарҙың береһендә табылған  парҙың шәхестәре асыҡланды. Улар Италиянан 48 йәшлек эшҡыуар Стефано Бертон менән Ҡазандан 28 йәшлек Ләйлә Солтангәрәева. Әлегә Рәсәй ҡыҙының Мәскәү дәүләт идара итеү университетында уҡыған булыуы билдәле. Ял көндәрендә ул Испанияла йәшәүсе дуҫына бара. Урындағы ресторанда ашағандан һуң улар  ҡуртымға алынған яхтала бикләнә. Әммә төндә парҙың һөрөм еҫенән ағыуланып һәләк булыуы асыҡлана.  

ХХХ
Ырымбурҙың Алтай урамында газ шартлау һөҙөмтәһендә  күп ҡатлы йорт емерелгән. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, өс кешегә медицина ярҙамы талап ителгән. Уларҙың береһе тәне бешеп ауыр хәлдә реанимацияла ята. Тәфтишселәр фаразлауынса, өҫкө ҡаттағы фатирҙа тәбиғи газ йыйылып тороуы ихтимал.  Әле хоҡуҡ һағында тороусылар  фажиғә сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү алып бара.  

ХХХ
Әстрхандан Юлиә Рындина баһадир ул тапҡан. Бәпестың буйы 70 см, ә ауырлығы ете килограмм самаһы.  Бәхетле ғаиләнең был дүртенсе балаһы. Әсәнең алдағы бәпәйҙәре лә ҙур булып тыуған. Әммә һуңғы малай барыһын да уҙҙырып ебәргән. Табиптар әлеге ваҡытта Костяның хәле яҡшы тип баһалай.

ХХХ
Владивостокта Матрос ҡушаматы алған билдәле бесәй һәләк булған. Ул донъяға урындағы балыҡ магазиндарының береһенән 60 мең һумлыҡ диңгеҙ деликатестары ашағандан һуң танылыу яулай. Һуңынан хужаһыҙ бесәйҙе ҡаланың «Адмирал» хоккей клубы үҙенә талисман итеп ала. Йыл башында Матростың бөйөрөндә ҡурҡыныс сир табыла. Әммә ветеринар клиникаларҙағы диета ла, оҙайлы дауалау курстары ла хайуандың хәлен яҡшырта алмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика