ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 15.02.2016

Бөгөн иртән Дағстандың Дербент районында автомобиль шартлаған. Ғәҙәттән тыш хәлдә ике полиция хеҙмәткәренең ғүмере өҙөлгән,  14 кеше йәрәхәтләнгән.  Улар араһында хәрби бурысын үтәүсе һалдаттар ҙа бар. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәлә  Рәсәйҙә тыйылған «Ислам дәүләте» ойошмаһы идеологияһын уртаҡлашыусы Әстрахан студенты ғәйепле булыуы ихтимал.  

Төркиә менән Мысырға юл ябылғандан һуң Рәсәй туристары Һиндостан курорттарына өҫтөнлөк бирә башлаған. Был турала сит илдең туризм министрлығы хәбәр итә. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ғинуарҙа Һиндостанда донъяның  88 162 турисы ял иткән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 63 меңгә күберәк. Уларҙың һигеҙ меңдән ашыуын Рәсәй халҡы тәшкил итә.  

ХХХ
Рәсәйҙә Зика биҙгәге менән ауырыуҙың беренсе осрағы теркәлде. Әлеге ваҡытта сир йоҡтороусы ҡатын йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына урынлаштырылған. Тикшереү барышында уның Доминикан Республикаһында ял итеүе асыҡланған.

ХХХ
Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте бөгөндән Америка кукуруз һәм ҡуҙаҡлыларға ҡараған культуралы үҫемлеккә сикләү индерҙе. Был сит ил продукцияларының фитосанитар талаптарға яуап бирмәүенә бәйле. Рәсәй белгестәре океан аръяғы кукурузында диплодиозды ҡуҙғатыусы сир асыҡлаған. Ә соя борсағында күп миҡдарҙа ҡый үләне орлоҡтары табылған.

ХХХ
2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итеүсе Рәсәй ҡунаҡханаларында турнир дауамында йәшәү хаҡтары билдәле булды. Документ ил Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән. Шулай итеп, чемпионат ваҡытында  иң ҡиммәт номерҙар баш ҡала менән Санкт-Петербург ҡунаҡханаларында буласаҡ. Мәскәүҙә тәүлегенә  650 мең һум,  ә төньяҡ баш ҡалала 700 мең һум  түләргә тура киләсәк.  Иң арзан номерҙар -  3 мең 200 һум торасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку