ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 11.03.2016

Бөгөн йома намаҙы мәлендә Назрань мәсеттәренең береһе эргәһендә транспорт сараһы шартлаған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, шартлатҡыс матдә етенсе модель ВАЗ автомобиленә йәшерелгән  булған. Уның ҡеүәте тротил эквивалентында ун килограмм самаһы тәшкил иткән.  Әлеге сәғәткә бер кешенең ауыр тән йәрәхәттәренән  һәләк булыуы билдәле.

Мексикала һауа торошо боҙолоуы һөҙөмтәһендә кәмендә алты кеше һәләк булған. Көслө дауыл илдәге 32 штаттың 27-һенә ҙур зыян килтергән. Йорттарҙың ҡыйығы, автомобилдәр емерелгән, меңдәрсә ағас тамырынан йолҡоп ташланған, мәктәптәрҙә дәрестәр туҡтатылған. Бер үк ваҡытта агава плантациялары хужалары ла зыян күләмен иҫәпләй.

ХХХ
Финляндия фермерҙарының ҡаршылыҡ акцияһында бер нисә мең кеше ҡатнашҡан. Уларҙың күбеһе майҙанға тракторҙарҙа килгән. Сараның маҡсаты - урындағы властың ауыл хужалығы проблемаларына иғтибарын йүнәлтеү. Рәсәйгә ҡарата санкциялар индерелгәндән һуң суоми фермерҙары ҙур юғалтыуҙар кисерә.

ХХХ
Донъялағы иң эре диңгеҙ сәйәхәте лайнеры Францияның көнбайышында һынау үтә башлаған. 1 миллиард евро менән баһаланған судноға америка компанияларың береһе заказ биргән. Лайнерҙың оҙонлоғо 362, ә бейеклеге 70 метр. Йәғни, Титаниктан өстән бер тапҡырға, Эйфель башняһынан 50 метрға ҙурыраҡ. Судноны ике мең самаһы экипаж хеҙмәтләндерәсәк. Ул бортына алты мең пассажирҙы һыйҙыра ала.    

ХХХ
Бразилия футболсыһы Гильерме Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыу алды. 30 йәшлек ҡапҡа һаҡсыһы әлеге ваҡытта Мәскәүҙең «Локомотив» клубы өсөн сығыш яһай. Былтыр ноябрҙә легионер Рәсәй паспортында эйә була. Был уға илдең төп командаһы өсөн уйнау мөмкинлеге бирҙе. Ватандаштырыбыҙ тәүге рәсми осрашыуҙарын 26-сы һәм 29 мартта Литва менән Франция йыйылма командаларына ҡаршы үткәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку