ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 12.04.2016

Сүриәлә Рәсәй хәрби көстәре вертолеты ҡолап төшөүе һөҙөмтәһендә ике пилот һәләк булған. Эҙләү-ҡотҡарыу эштәре барышында уларҙың кәүҙәләре урындағы авиабазаға эвакуацияланған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәгә ҡатмарлы осоу шарттары сәбәпсе булыуы ихтимал. Сөнки һауа судноһында бер ниндәй ҙә атыу эҙҙәре табылмаған.    

Уҙған төндә ике шәфҡәт туташын үлтереп ҡасҡан өс хәрби Рәсәй сигендә ҡулға алынған. Санкт-Петербург  госпиталенең психик бүлексәһендә дауаланған Давид Йыһаншин,  Александр Томский һәм Степан Даценко  аҡ халатлыларҙың береһен  быуып, икенсеһен сәнсеп үлтереүҙә ғәйепләнә. Әлеге ваҡытта оборона министрлығының махсус комиссияһы енәйәт сәбәптәрен асыҡлай. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

ХХХ  
Владимир Путин бөгөн телекүпер режимында Халыҡ-ара Йыһан станцияһы экипажын һәм әлеге ваҡытта Көнсығыш космодромына сәфәр ҡылыусы данлыҡлы совет космонавтарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Рәсәй Президенты  Валентина Терешкова һәм Алексей Леоновтан  яңы объект мөмкинлектәре, уның башҡа майҙансыҡтарҙан төп айырмаһы менән ҡыҙыҡһынды.  

ХХХ
Америкала йәшәүсе балыҡ урынына крокодил тотҡан.
Ваҡиға Луизиана штатында теркәлгән.  Урындағы кемпингта ялға туҡтаған туристар катамарандарҙа эргәләге йылғаға балыҡ тоторға төшә. Әммә уларҙың береһе хәүефле табышҡа юлыға. Һыуҙа ҡалдырылған махсус ҡоролмаға ҙур крокодил эләгә. Был мәлде ваҡиға шаһиты видеокамераға төшөрөп өлгөргән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика