ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 15.04.2016

«Роснефть» акцияларының 19 ярым процентын хосусилаштырыу йылдың икенсе яртыһында ғәмәлгә ашырылыуы ихтимал. Был турала Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов белдерҙе. Акциялар пакеты яҡынса 650 миллиард һум күләмендә баһалана. Сеймал баҙарында хәл насарайыу  сәбәпле, ҡаҙнаны тулыландырыу программаһы сиктәрендә  шәхси ҡулдарға тапшырыу планлаштырылған иң ҙур күләмдәге дәүләт милке.

Ҡазандың «Динамо» спорт базаһында бөгөн утлы ҡоралдан атышыу һөҙөмтәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Татарстан эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булыусыларҙың береһе тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәре. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

ХХХ
Сүриәне тергеҙеүгә 180 миллиард доллар талап ителеүе ихтимал. Был турала бөгөн донъя банкы етәксеһе Джим Ён Ким белдергән. Уның фекеренсә, емерелгән мәктәп, дауахана, йорттарҙы яңынан төҙөмәйенсә ҡасаҡтарҙың үҙ йорттарына ҡайтыуы икеле.

ХХХ
Украина ҡораллы көстәре уҙған тәүлектә Донецк халыҡ республикаһы биләмәләрен 261 тапҡыр утҡа тотҡан. Был турала бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән республиканың оборона министрлығы хәбәр итә. Мәғлүмәттә билдәләнеүенсә, ҡаршы тороу һыҙатында көсөргәнешлек арта бара.

ХХХ
Ҡушма Штаттар Рәсәй менән Ҡытай көсөнән ҡурҡып йыһан программаһына үҙгәрештәр индерә. Был турала Пентагондың рәсми вәкиле белдергән. Америка хәрбиҙәре Рәсәй менән Ҡытайҙың яһалма йыһан юлдаштарын хәүеф сығанағы тип баһалай һәм хәрби-һауа көстәрен камиллаштырыуға миллиардтарса доллар бүлергә йыйына.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика