ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 14.03.2016

Рәсәйҙең һәм Европаның планета-ара миссияһы тарихта тәүге тапҡыр Марсҡа осҡан. Ул ҡояш системаһындағы ҡыҙыл планетала тереклек эҙҙәрен тикшерәсәк.  Фәнни аппараттар менән йыһазландырылған «Протон-М» ракетаһы Байконур космодромынан бөгөн старт алған. Белгестәр уның тәғәйен планетаға ярты йылдан һуң барып етәсәген фаразлай.  

Боливияла еңел моторлы самолет халыҡ менән шығрым тулы баҙар өҫтөнә ҡолаған. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә ете кеше һәләк булған, 15-е йәрәхәтләнгән. Ҡорбандар араһында пилот менән өс пассажир ҙа бар. Фажиғәгә һауа судноһының түбәндә осоуы сәбәпсе булыуы ихтимал.  

ХХХ
Бразилияла өс миллиондан ашыу кеше ил президенты Дилма Русефты оставкаға ебәреү талабы менән митингка сыҡҡан. Иң ҙур ҡаршылыҡ акциялары Бразилиа, Сан-Паулу, Рио-де-Жанейро һәм  Ресифи ҡалаларында үткән. Урындағы оппозиция фекеренсә, дәүләт башлығы һалым ҡануниәте нормаларын боҙоп, дәүләт аҡсаларын маҡсатҡа яраҡһыҙ файҙаланған.

ХХХ
Алыҫ Көнсығышта Амур йылғаһы аша яңы күпер төҙөләсәк. Был туралағы килешеүгә бөгөн Ҡытайҙың Харбин ҡалаһында ҡул ҡуйылған. Благовещен менән Хэйхэ ҡалаларын тоташтырасаҡ объект быйыл йәй төҙөлә башлар тип көтөлә. Уны сафҡа индереүгә 19 миллирд һумға яҡын аҡса талап ителәсәк. Сығымдарҙың өстән ике өлөшөн Рәсәй, ҡалғанын Ҡытай финанслай.  

ХХХ
Сэмми ҡушаматлы тюлень яр буйында урынлашҡан  ресторандың иң көтөп алынған ҡунағы.  Дублиндағы туҡланыу учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре диңгеҙ хайуанын балыҡ менән эйәләштергән. Тюлень ярҙамында ресторан хужаһы өҫтәмә табыш ала башлаған. Сөнки диңгеҙ буйындағы кафе  Ирландияның баш ҡалаһында  иҫтәлекле урындарҙың береһенә әүерелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика