ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 10.06.2016

Рәсәй банкы төп ставканы 10 ярым процентҡа тиклем кәметте. Бер йыл самаһы был күрһәткес 11 процент кимәлендә һаҡланып килде. Аҡса-кредит сәйәсәтен йомшартыу тәү сиратта иҡтисадтағы ыңғай үҙгәрешкә  бәйле, инфляция тотороҡланды, баҙарҙа хәүеф сығанаҡтары кәмей бара тип аңлатма биргән Рәсәй банкы бөгөн ҡабул ителгән ҡарар сәбәпле.

Бөгөн Дәүләт Думаһы ултырышында «Ғәҙел Рәсәй» фракцияһы ағзаһы, депутат Илья Пономаревтың вәкәләте туҡтатылды. Был ҡарарҙың  сәбәбе  парламентарийҙың вазифаһын тулы кимәлдә үтәмәүенә бәйле. Илья Пономарев Дума ултырыштарында ҡатнашмаған, һуңғы бер нисә ай дауамында ул бөтөнләй сит илдән ҡайтып килгәне юҡ. Генераль прокуратура халыҡ  вәкиленә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Ул Сколково фонды аҡсаларын туҙҙырыуҙа ғәйепләнә.

ХХХ
Еврокомиссия башлығы Жан клод Юнкерҙың Санкт-Петербургта үтәсәк халыҡ-ара иҡтисади форум барышында Рәсәй менән Европа берлеге  араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләү тураһында Владимир Путин менән фекер алышырға  теләге ҙур.  Был турала Еврокомиссия башлығының рәсми вәкиле Мирна Андреева белдергән. Жан клод Юнкер Рәсәй Президенты менән һуңғы тапҡыр 2014 йылдың ноябрендә Брисбен ҡалаһында осрашҡайны.

ХХХ
Аҡтүбә ҡалаһындағы ҡорал магазиндары һәм хәрби часткә һөжүмде  радикаль дини ағымдарҙың береһе салафизмды үҙ итеүселәр ойошторған. Был турала Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев  илдең Именлек советы ултырышында белдерҙе.  Ил башы террор ғәмәлен башҡарыусылар һәм ойоштороусылар тураһында тулы мәғлүмәт алыныуын билдәләгән. Именлек көстәренә,  дин тәғлимәттәренә һылтанып, Ҡаҙағстандағы  тотороҡлоҡто ҡаҡшатыуға радикалдар менән аяуһыҙ көрәш алып барыу бурысы ҡуйған.

ХХХ
Афғанстандың көнсығышындағы Нангархар провинцияһында йома намаҙы ваҡытында мәсет шартлатылған. Террор ғәмәле һөҙөмтәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлгән 40 кеше йәрәхәтләнгән. «Тор ньюс» агентлығы  мәғлүмәттәренә ярашлы, шартлауҙа һәләк булыусылар араһында мәсет имамы ла бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика