ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 08.06.2016

Бөгөн «Brent» нефтенең барреле 52 долларҙан ашып китте. Бындай юғары хаҡ һуңғы тапҡыр былтыр 12 октябрҙә теркәлгәйне. Котировкаларҙың үҫеүе һөҙөмтәһендә Рәсәй аҡсаһының нығыныуы дауам итә. Мәскәү биржаһында бөгөн доллар 64 һум 50 тингә, ә евро 73 һумға тиклем төштө.  

Бөгөн Иркутск авиация заводында тәүге тапҡыр МС-21 пассажир самолеты тәҡдим ителде. Заманса лайнерҙың исем туйында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев ҡатнашты. Ике моделдә эшләнгән һауа судноһы 200-ҙән ашыу урынға иҫәпләнгән. Әлеге ваҡытта төрлө компаниялар самолеттарға заказ бирә башлаған да инде. Тәүге 50 лайнер 2018 йыл башында  «Аэрофлот» пассажирҙарын хеҙмәтләндерер тип көтөлә.

ХХХ
Кеше башын күсереү буйынса донъялағы тәүге операция Германия клиникаларының береһендә эшләнәсәк. Был турала Италия нейрохирургы Серджио Канаверо белдерҙе. Тәүге пациент булырға Силәбенән программист Валерий Спиридонов ризалыҡ биргән. Әле уның Вердниг-Гоффман синдромы менән яфаланыуы билдәле. Киләһе йыл эшләнәсәк уникаль операция яҡынса 100 млн долларға төшөр тип көтөлә. Әммә Рәсәй эшҡыуарҙарының береһе барлыҡ сығымдарҙы ла үҙ өҫтөнә алырға вәғәҙә биргән.    

ХХХ
Молдова экологик һәләкәт сигенә еткән. Ҡойма ямғырҙар яуып үтеүгә ҡарамаҫтан, илдәге  һыу ятҡылыҡтарының һайығыуы, бәләкәй йылға- күлдәрҙең ҡороуы күҙәтелә. Төп эсәр һыу сығанаҡтары һаналған - Днестр һәм Прут йылғаларында хәл айырыуса киҫкен. Сөнки уларҙа һыу кимәле иң түбән кимәлдән дә 1 метрға тиклем төшкән.  Белгестәр иҫәпләүенсә, яҡын киләсәктә меңдәрсә фермерҙың ҙур юғалтыуҙар кисереүе ихтимал. Сөнки закон буйынса  баҫыуҙарҙы ер аҫты һыуҙары менән һуғарыу тыйыла.  

ХХХ
Иван Шишкиндың «Ҡарағай урманы ситендә» картинаһы Лондонда ойошторолған аукционда 2 миллиондан ашыу долларға һатылған. Пейзаж өсөн сәнғәт яратыусылар араһында ҡыҙыу көрәш бара. Һөҙөмтәлә билдәһеҙ эшҡыуар картинаны ике тапҡыр ҡиммәтерәккә һатып ала. Алабуға рәссамы был эшендә тыуған тәбиғәтен һәм арбалы атты төшөргән булған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика