ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 15.03.2016

Рәсәй Президенты Сүриәнән ғәскәрҙәрҙең төп өлөшөн сығара башларға ҡушты. Владимир Путин был ҡарарын хәрбиҙәр алдында ҡуйылған бурыстарҙың үтәлеүе менән аңлатты. «Беҙҙең Тартус ҡалаһында урынлашҡан диңгеҙ һәм Хмеймим һауа базалары үҙ эштәрен элеккесә дауам итәсәк. Улар ерҙән, һыуҙан һәм һауанан ныҡлап яҡланған булырға тейеш», - тине дәүләт башлығы.

Ауыл хужалығын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Белоруссиянан  Рәсәйгә законһыҙ  индерелергә тейеш булған  300 тонна йәшелсә менән емеш-еләкте асыҡлаған. Уларҙың күбеһе Польша менән Төркиәлә үҫтерелгән булған. Тикшереү барышында, сит ил тауарҙарының  фитосанитар сетификаттары һәм ҡаптарҙа маркировкалар булмауы  шик тыуҙырған.  

ХХХ
Бөгөн «АвтоВАЗ»дың президенты итеп «Renault» компанияһы вәкиле Николя Мор тәғәйенләнде. Яңы етәксе алдында етди бурыстар ҡуйылған. Тәү сиратта еңел автомобилдәр урындағы  запас частәр менән йыһазландырылған тейеш. Был транспорт сараларына хаҡтың кәмеүенә булышлыҡ итер тип көтөлә.  

ХХХ
Халыҡ-ара букмекер конторалары мәғлүмәттәре буйынса, быйыл «Евровидение» конкурсында Сергей Лазарев еңеү яулауы ихтимал. Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ йырсы әлеге ваҡытта фавориттар исемлеген етәкләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Евровидение-2016»ның беренсе ярымфиналы 10 майҙа Стокгольмда уҙа. Бәйгелә  46 ил вәкиле ҡатнашырға теләк белдергән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика